

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Ишембай ҡалаһына эш сәфәрендә Башҡорт нефтен беренсе асыусылар майҙанын капиталь ремонтлау барышы менән танышты. Тәүге башҡорт нефтен сығарыуҙың 90 йыллығына арналған юбилей объекттарының береһе ул. Ҡалала шулай уҡ Губкин урамын төҙөкләндереү бара, гранит бордюрҙар урынлаштырыу тамамлана.
Башҡорт нефтен беренсе асыусылар майҙанын үҙгәртеп ҡороу май айында башланған. 470 миллион һум торған проект бер нисә этапта тормошҡа ашырыла. Төҙөүселәр инженер селтәрҙәрен һалыуға тотонған да инде. Бөтә эштәр графикка ярашлы бара. Үҙгәртеп ҡороуҙың тәүге этабы 1 сентябргә тамамланырға тейеш.
Юбилейға тағы бер объектты – “Вышка-бабушка” мемориаль комплексы урынлашҡан Нефтселәр скверын төҙөкләндереү ҡаралған. Быйыл сентябрь айында Ишембай нефть колледжы базаһында “Нефть һәм газ сығарыу” компетенцияһы буйынса уҡыу-күнекмәләр полигоны асыу планлаштырыла.
Фото: Башҡортостан Башлығы сайты.