

Луганск Халыҡ Республикаһының сит ил эштәре министры Владислав Дайнего төбәккә социаль объекттарҙы һәм инфраструктураны тергеҙергә килгән белгестәрҙең эшен юғары баһаланы. Ул шулай уҡ Башҡортостандың беренсе булып ярҙамға килеүен белдерҙе.
– Башҡортостан легендар генерал Миңлеғәле Шайморатов һуғышҡан һәм һәләк булған ерҙәргә – Красный Луч, Петровский ҡалаларына, Штеровка ҡасабаһына күптән инде иғтибар йүнәлтте. Рәсәй Геройы ошо ерҙе яҡлап, ғүмерен биргән. Шуға күрә был урын Башҡортостан халҡы өсөн ҙур әһәмиәткә эйә. Хәлдең айышына төшөнөп, Башҡортостан ошо район биләмәһендәге тыныс тормошто тергеҙеү өсөн ярҙам ҡулы һуҙа башланы. Ә аҙаҡ Рәсәйҙең башҡа төбәктәре лә ҡушылды. Мәҫәлән, металлургтар ҡалаһы Алчевскиҙы Вологда өлкәһе шефлыҡҡа алды, сөнки бында ла шундай уҡ инфраструктуралы Череповец ҡалаһы бар.
Министрҙың әйтеүенсә, совет дәүеренән алып республика биләмәһен үҫтереүгә аҡса һалынмаған. Дайнего Рәсәй төбәктәре ярҙамында был проблеманы хәл итеү мөмкинлегенә ышаныс белдерҙе. Хәҙерге ваҡытта Рәсәйҙең бөтә төбәктәре лә бында эшләй. Торлаҡ һәм социаль объекттарҙы, уҡыу йорттарын тиҙерәк сафҡа индереү буйынса тырышлыҡ һалына. ”Башҡортостан Красный Луч ҡалаһында асфальт заводы төҙөнө, шуға күрә юлдарҙы тергеҙеү тиҙләтелде. Бынан тыш, Миңлеғәле Шайморатов исемендәге Петровский мәктәбендә капиталь ремонт эштәре бара”, – тип белдерҙе министр.
1934 йылдан капиталь ремонт күрмәгән мәктәпте ремонтлау эшен уҡыу йылына тамамларға йыйына төҙөүселәр.
– Капиталь ремонт яҡшы бара, ҡыйыҡ ябыу эше тамамланған, фасад эше 30-40 процентҡа үтәлгән, тәҙрәләр ҡуйылған. 20 авгусҡа сантехника һәм электрика буйынса эш тамамланасаҡ. Биҙәү эштәренә күрше төбәктәрҙән эшселәрҙе йәлеп итәсәкбеҙ. Бөгөн Ростов һәм Воронеж өлкәләренән кешеләр килеүен көтәбеҙ, – тине Башҡортостан Хөкүмәте Аппараты етәксеһе Азамат Абдрахманов.
Фото:VK.com