

Ошо көндәрҙә Мәскәү өлкәһендә үткән инвестиция стандартын ғәмәлгә индереү буйынса төбәк-ара форумына илдең 45 төбәгенән 300-ҙән ашыу вәкил йыйылды. Уны бизнестың иң яҡшы тәжрибәләре менән уртаҡлашыу һәм уңайлы инвестиция шарттары булдырыу маҡсатында ойошторҙолар. Форумдың пленар ултырышында Рәсәй Хөкүмәте Рәйесенең беренсе урынбаҫары Андрей Белоусов ҡатнашты.
Мәғлүм булыуынса, былтыр илдең 12 пилот төбәге стандартты ғәмәлгә индерә башланы. Шарттарҙың насарайыуына юл ҡуймау бурысын йөкмәткән инвесиция декларациялары раҫланды, инвестиция үҫеше агентлыҡтары һәм проекттарҙы тормошҡа ашырыуҙа булышлыҡ итеү, бәхәсле мәсьәләләрҙе хәл итеү өсөн комитеттар, төбәктәрҙең инвестиция карталары һәм инфраструктураға тоташыу өсөн ҡулай алгоритмлы ҡағиҙәләр йыйылмаһы төҙөлдө. Урындарҙағы бизнес берләшмәләре вәкилдәре һәм федераль эксперттар төркөмө ошо сараларҙың төбәктәрҙәге эш шарттарына нисек йоғонто яһауын баһаланы.
Яңы инвестиция стандартының ғәмәлгә индерелеүен раҫлаған төбәктәр инвестиция һалым ҡайтармаһы буйынса дотация ала.
Төбәк-ара форумда спикер сифатында Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары – иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министры Рөстәм Моратов сығыш яһап, Башҡортостандағы Инвестиция комитетының эш практикалары, уның бизнес менән власть араһында һөҙөмтәле бәйләнеш булдырырға ярҙам итеүе тураһында телмәр тотто.
Уның әйтеүенсә, республикала, иң элек, инвестиция йүнәлтеү өлкәләре билдәләнде, ер участкалары банкы, эшкә йәлеп ителмәгән етештереү ҡеүәттәре, ресурстар базаһы төҙөлдө. Артабан эшҡыуарҙарға бер нисә продукт: әҙер ҡарарҙар магазины, типовой проекттар каталогы һәм “360” инвестиция майҙансыҡтары тәҡдим ителде. Быларҙың барыһы ла республикаға кәрәкле бизнес проекттары тураһында хәбәрҙәр булыу ғына түгел, шулай уҡ уларҙы тормошҡа ашырыуҙа ярҙамға, өҫтөнлөктәргә эйә булыу, дәүләт ярҙамы сараларынан файҙаланыу мөмкинлеге бирҙе.
Был эштә республиканың Инвестиция комитеты айырым әһәмиәткә эйә. Ул йүнселдәргә ярҙам сараларын билдәләй, барлыҡҡа килгән проблемаларҙы яйға һалырға булышлыҡ итә, бизнес менән власть араһында бәйләнеште тәьмин итә.
Мәғлүм булыуынса, бизнес проекттары “Инвестиция сәғәте” тәртибендә үткәрелгән ултырыштарҙа ҡарала. Бөтәһе ошондай 113 ултырыш уҙғарылған, уларҙа республикала 72,8 мең эш урыны булдырырға булышлыҡ иткән 871.5 миллиард һумлыҡ 446 проект тикшерелгән.