

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров төҙөүселәрҙе һөнәри байрам менән ҡотланы.
“Хөрмәтле төҙөлөш тармағы хеҙмәткәрҙәре һәм ветерандары!
Һеҙҙе һөнәри байрамығыҙ – Төҙөүселәр көнө менән ихлас ҡотлайым! Республикабыҙ халҡы исеменән һеҙгә намыҫлы хеҙмәтегеҙ өсөн рәхмәт.
Төҙөлөш тармағы республика һәм ил иҡтисадының төп секторҙарының береһен тәшкил итә. Бөгөн Башҡортостандың проектлау, ғилми-тикшеренеү, подряд ойошмаларында 60 меңдән ашыу белгес эшләй.
Юғары оҫталығығыҙ һәм яуаплылығығыҙ һөҙөмтәһендә республикабыҙ даими үҫә, торлаҡ төҙөлөшө күләме юғары булған алдынғы төбәктәр иҫәбенә инә. Былтыр Башҡортостанда рекорд ҡуйылып, 2,9 миллион квадрат метр торлаҡ сафҡа индерелде. 120 меңдән ашыу ғаилә торлаҡ шарттарын яҡшыртты. Тармаҡ ышаныслы алға атлай, өр-яңы технологияларҙы һәм заманса материалдарҙы үҙләштерә.
Көндәлек хеҙмәтегеҙ менән һәр ҡайһығыҙ ҡала һәм ауылдарҙы төҙөкләндереүгә тос өлөш индерә. Башҡарған эшегеҙ Башҡортостан халҡын һәм ҡунаҡтарын оҙаҡ йылдар ҡыуандырһын.
Республикабыҙ үҫешенә индергән тос өлөшөгөҙ өсөн рәхмәтемде белдерәм! Һеҙгә ныҡлы һаулыҡ, уңыштар һәм сәскә атыу, яңы мөһим проекттар һәм бөтмәҫ көс-ҡеүәт теләйем!
Төҙөүселәр көнө менән!” – тиелә төбәк Башлығының ҡотлауында.
Фото: glavarb.ru/rus/press
Сығанаҡ: glavarb.ru/rus/press