

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙәге сәхифәһендә республикабыҙҙың төҙөлөш тармағындағы уңыштарҙы телгә алды, һәм ошо өлкә хеҙмәткәрҙәрен һөнәри байрам менән ҡотланы.
“Башҡортостан торлаҡ төҙөү һәм сафҡа индереү буйынса алдынғы төбәктәр иҫәбенә тотороҡло инә. Мәғлүм булыуынса, былтырғы йомғаҡтар буйынса республика сафҡа индерелгән квадрат метр торлаҡ күләме буйынса Волга буйы федераль округында – икенсе һәм Рәсәйҙә етенсе урынды биләне. Был беҙҙең рекорд – 2021 йылда беҙ 2,9 миллион квадрат метр торлаҡ төҙөнөк һәм файҙаланыуға тапшырҙыҡ.
2022 йылда темпты төшөрмәйбеҙ, тәүге ярты йыллыҡ йомғаҡтары буйынса 1,5 миллион квадрат метрға яҡын торлаҡты сафҡа индерҙек, башҡарылған эш күләме – бер йыл элек менән сағыштырғанда, 18 процентҡа күберәк.
Был һандар иҫәп өсөн генә түгел. Төҙөлөш тармағы үҫә, ә был – иҡтисадтағы хәлдең төп күрһәткестәренең береһе.
Торлаҡтан тыш, республика социаль һәм инфраструктура объекттарын төҙөүҙе дауам итә. Беҙ төҙөлөш технологияларын яңыртыу, иң элек, тармаҡтың импортҡа бәйлелеген кәметеү йәһәтенән әүҙем эш алып барабыҙ.
Бөгөн – Төҙөүселәр көнө. Ошо өлкәлә эшләгәндәрҙең барыһын да ҡотлайым.
Уңыштар һәм яңынан-яңы үрҙәр!” – тип яҙған республика Башлығы.
Фото: vk.com/wall413272232_858690
Сығанаҡ: vk.com/wall413272232_858690