

“Берләшкән двигателдәр төҙөү корпорацияһы-Өфө моторҙар эшләү берекмәһе”, “КүмАПП”, “Витязь”, “Полигон”, “МЕГИ” компаниялар һәм республиканың башҡа предприятиелары Мәскәү өлкәһендә барған “Армия-2022” хәрби-техник форумында ҡатнаша.
Һуңғы бер нисә йылда республика илдең оборона комплексына продукця килтергәндәр иҫәбендә. Беҙ стратегик предприятиеларға ярҙам итәбеҙ, уларҙың күбеһе менән импортты алмаштырыу, етештереүҙе диверсификациялау, заказдарҙы арттырыу йәһәтенән эшләйбеҙ.
Һөҙөмтә булараҡ, яңы эш урындары барлыҡҡа килә, башҡа етештереүселәр менән кооперация бәйләнештәре үҫә, сәнәғәт көнәркәшлек йәһәтенән күтәрелә. Һәм был эште мотлаҡ дауам итәсәкбеҙ.
“Армия-2022”-лә Европа, Азия, Африка һәм Латин Америкаһы илдәренән эксперттар ҡанашыуы мөһим. Был Рәсәйҙең, ҡайһы бер дәүләттәр тарафынан санкция булһа ла, донъя аренаһында үҙенең мөһимлеген һаҡлауын күрһәтә. Һәм сәйәсәтебеҙҙе күптәр уртаҡлаша”, - тип яҙҙы ул.
Фотолар: vk.com/radiyhabirov