

Башҡортостан Хөкүмәте хәбәр итеүенсә, беҙҙең республиканың ошо йүнәлештәге эшмәкәрлеге иң яҡшы өлгө булып иҫәпләнә, был хаҡта быйыл Петербург халыҡ-ара иҡтисади форумында ла билдәләп үтелгәйне.
“Башҡортостандың инвестиция эшмәкәрлегендә Инвестиция комитеты координациялаусы үҙәк булып тора, ул федераль, республика һәм муниципаль органдарҙың, үҫеш институттарының, эшлеклелек берләшмәләренең, ресурс менән тәьмин итеү ойошмаларының компетенцияларын берләштерә, – тине Рәстәм Моратов. – Төрлө яҡлап профессиональ эш итеү һөҙөмтәһендә ивнесторҙар кәрәкле ярҙам ала һәм проекттарҙы тормошҡа ашырғанда тыуған проблемаларҙы ла хәл итә”.
Министр әйтеүенсә, Башҡортостандың Инвестиция комитеты стандартты ғәмәлгә ашыра башлағанға тиклем үк әле медиатив ролдә сығыш яһай ине, сөнки комитетта раҫлағандан һуң бер проект та иғтибарһыҙ ҡалдырылмай. Инвестпроекттарҙың нисек тормошҡа ашырылыуына контроль һәм инвесторҙарҙың проблемалары ай һайын Хөкүмәттең “Инвестиция сәғәте”ндә тикшерелә.
“Был йүнәлеште республика Башлығы үҙе көйләгәс һәм контролдә тотҡас, системаның барлыҡ элементтары ла тотороҡло режимда эш итә. Үҙ-ара килешеп эшләү һөҙөмәһен бирә: өс йылда республика инвестиция күләмен 30 проценттан ашыуға арттырҙы, был ил буйынса уртаса кимәлдән өс тапҡырға юғарыраҡ”, – тине Рөстәм Моратов.
Фото: pravitelstvorb.ru.