

Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров: “Үзбәкстанда ял итергә генә түгел, ә эшләргә лә мөмкин. Һөйләшеүҙәр өсөн темалар күп – беҙҙең ҡалалар араһында рейстарҙы, инвестицияларҙы, тауар әйләнешен арттырыу. Бөтәгеҙгә лә яҡшы эш аҙнаһы!” – тип яҙҙы социаль селтәрҙәге сәхифәһендә.
Мәғлүм булыуынса, Башҡортостан Хөкүмәте Үзбәкстан Республикаһы менән хеҙмәттәшлеккә ҙур иғтибар бирә, араларҙы нығытыу маҡсатында эшлекле сәфәрҙәр, осрашыуҙар уҙғара.
Фото: Андрей Назаровтың социаль селтәрҙәге сәхифәһенән.