

Республикала ужым культуралары сәсеүгә төшкән хужалыҡтар бар. Бөгөнгә алынған мәғлүмәт буйынса, 17,7 мең гектар ужым культуралары сәселгән. Йәмғеһе 24 районда сәсеү башланған.
Бөтә ужым культураларының күбеһе Дыуан районында — 4,2 мең гектарҙа сәселгән, был район баҫыуҙарында планлаштырылғандың 70 проценттан ашыуын тәшкил итә тигән һүҙ. Дәүләкән районында 2,8 мең гектар, Миәкә, Көйөргәҙе һәм Тәтешле райондарында 1 мең гектарҙан ашыу майҙан сәселгән.
Фото Башҡортостандың ауыл хужалығы сайтынан алынды.