Иҡтисад
16 Август 2022, 12:15

Баймаҡ ихаталары көлөп тора!

Был хаҡта ҡаланың мэры Радмир Иҫәнбаев хәбәр итә

Баймаҡ ихаталары көлөп тора!Баймаҡ ихаталары көлөп тора!
Баймаҡ ихаталары көлөп тора!

Республикала "Башҡорт ихаталары" проекты уңышлы эшләй, ул күп ҡалаларҙы төҙөкләндереүҙә ҙур ярҙам булып тора.

Баймаҡ ҡалыһы мэры Радмир Иҫәнбаев та уның кәрәкле һәм ҡаланы төҙөкләндереүҙә ҙур ярҙам булыуын белдерә һәм ошо турала үҙенең "Бәйләнештә"ге социаль сәхифәһенә лә яҙып сыҡҡан.

"Баймаҡ ҡалаһында "Башҡорт ихаталары" республика программаһы уңышлы тормошҡа ашырыла. Һуңғы йылдарҙа уның сиктәрендә уңайлыҡтары булған бик күп ихаталар барлыҡҡа килде. Ошо көндәрҙә ҡаланың тағы ла һигеҙ күп фатирлы торлаҡ йорттары биләмәһендә яңы ихата төҙөкләндерелеп, файҙаланыуға тапшырылды", - тип яҙған ул.

Фото: Радмир Иҫәнбаев.

Баймаҡ ихаталары көлөп тора!
Баймаҡ ихаталары көлөп тора!
Баймаҡ ихаталары көлөп тора!
Автор:Карима Усманова
Читайте нас