Иҡтисад
16 Август 2022, 16:15

Экспорт күрһәткесе үҫә

2022 йылдың тәүге ярты йыллығы йомғаҡтары буйынса Башҡортостандың тышҡы сауҙа әйләнеше уҙған йылдың ошо уҡ осоро менән сағыштырғанда 19 процентҡа артҡан

Экспорт күрһәткесе үҫәЭкспорт күрһәткесе үҫә
Экспорт күрһәткесе үҫә

2022 йылдың тәүге ярты йыллығы йомғаҡтары буйынса Башҡортостандың тышҡы сауҙа әйләнеше уҙған йылдың ошо уҡ осоро менән сағыштырғанда 19 процентҡа артҡан. Шуның менән бергә экспорт күләме 25 процентҡа үҫкән. Был хаҡта аҙналыҡ оператив кәңәшмә барышында республиканың тышҡы иҡтисади бәйләнештәр һәм конгресс эшмәкәрлеге министры Маргарита Болычева хәбәр итте.

Республиканың дөйөм тауар әйләнеше күләмендә 85 процент өлөш менән экспорт ярайһы уҡ өҫтөнлөк итә. Үҫеште ауыл хужалығы һәм аҙыҡ-түлек тауарҙары, нефть химияһы сәнәғәте продукцияһы, текстиль экспорты күрһәткән.

Маргарита Болычева билдәләүенсә, Башҡортостан 107 ил менән сауҙа бәйләнештәрен булдырған. Тауар әйләнешенең 78 проценты – алыҫ сит илдәргә, 22 проценты БДБ илдәренә тура килә. 2022 йылдың тәүге ярты йыллығында тәүге 10 контрагент исемлегенә Ҡытай, Ҡаҙағстан, Латвия, Нидерланды, Беларусь, Һиндостан, Төркиә, Финляндия, Польша, Үҙбәкстан ингән. Республиканан был илдәргә экспорт тышҡы сауҙа әйләнешенең дөйөм күләменең яртыһынан ашыуын тәшкил иткән.

2022 йылда Башҡортостан Берләшкән Ғәрәп Әмирлектәренә, Азербайжанға, Беларуссияға, Ҡырғыҙстанға, Тажикстанға һәм Үзбәкстанға бизнес-миссия ойошторған. Уларҙа 100-ҙән ашыу компания ҡатнашҡан. Планда – төбәктең эшлекле даирәләренең Төркиәгә һәм Иранға сәфәре.

Маргарита Болычева шулай уҡ республиканың Экспортҡа булышлыҡ итеү үҙәге эшенә йомғаҡ яһаны. 2022 йылдың тәүге ярты йыллығы йомғаҡтары буйынса уның булышлығында 37 предприятие 34 миллион долларҙан ашыуға 76 экспорт килешеүе төҙөгән. Быйыл Үҙәк шулай уҡ бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡтың экспорт эшмәкәрлегенә ярҙам итеү өсөн ил төбәктәре араһында максималь сумма – 82 миллион һум алды. Бынан тыш, 2.0 Төбәк экспорт стандартын индереү буйынса Башҡортостан Рәсәй Федерацияһының тәүге өс субъекты иҫәбенә инә.

– Шулай итеп, беҙҙең республикала предприятиеларға экспортҡа сығыу өсөн уңайлы шарттар булдырылған, – тип йомғаҡ яһаны Маргарита Болычева.

Башҡортостан Башлығы республиканың Белоруссияла, Төркиәлә, Ҡаҙағстанда һәм Үзбәкстанда асылған Конгресс-бюроһының сит ил офистары эшенең мөһимлеген һыҙыҡ өҫтөнә алды. Улар Рәсәйҙең сауҙа вәкиллектәре структураһына инде, был уларҙың статусын ярайһы уҡ көсәйтте.

Фото: Башҡортостан Башлығы сайты. 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас