

Был хаҡта Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров үҙенең социаль селтәрҙәрҙәге сәхифәһендә яҙа.
“Үзбәкстан менән эшлекле мөнәсәбәттәрҙе нығытыуҙы дауам итәбеҙ. Ташкент мэры менән октябрҙә Өфөлә Ташкент көндәре үткәреү тураһында килештек. Сәнәғәт предприятиеларын булдырыу, шулай уҡ ауыл хужалығы сеймалын етештереү һәм эшкәртеү буйынса берлектәге инвестиция проекттарын билдәләнек һәм туризмды үҫтереү тураһында килештек.
Үзбәк бизнесына ҡараған GazResource компанияһы Башҡортостанда дөйөм хаҡы 1,3 млрд һум булған өс инвестиция проектын тормошҡа ашыра — был тәбиғи газ ҡойоу станциялары селтәрен төҙөү. Инвестор уларҙы Нефтекама, Өфө, Ҡырмыҫҡалы һәм Белорет райондарында асҡан. 2024 йылға тиклем Өфөлә тағы өс станция сафҡа инергә тейеш. Компания бөтәһе 270 миллион һум инвестициялаясаҡ.
Икенсе проект — Благовещен районында автомобиль транспорты өсөн металл газ баллондарын эшләү буйынса завод төҙөү. Йылына 50-200 литр һыйҙырышлы 120 мең баллон етештерәсәк. Инвестициялар күләме 800 миллион һум тәшкил итә, 70 эш урыны булдырыласаҡ. Завод 2025 йылда сафҡа инәсәк.
Ағас эшкәртеү өлкәһендәге тағы бер проект. Учалы районында фанера етештереү предприятиеһы төҙөләсәк. 235 миллион һумлыҡ заманса комплекс 100 яңы эш урыны булдырасаҡ һәм йылына 6 мең кубометрға тиклем фанера етештерәсәк.
Үзбәкстанға һуңғы сәфәребеҙҙән һуң республикаларыбыҙ араһында тышҡы сауҙа әйләнеше күләме артыуын күрҙек. Йыл башынан ул 6,9 процентҡа үҫкән. 2021 йылда әйләнеш $113 млн тәшкил иткән.
Хеҙмәттәшлекте комплекслы үҫтереү һәм уңайлы юл йөрөү шарттарын булдырыу өсөн Өфөнән Ташкентҡа тура рейстарҙы "Үзбәкстан авиакомпанияһы" марттан яңыртты, ә 14 июлдән UTair Airlines авиакомпанияһының осоу программаһы ла эшләй башланы.
Башҡортостан предприятиелары һәм Үзбәкстандың потенциаль партнерҙары араһында хеҙмәттәшлекте системалы төҙөйбеҙ. 17 августан 19 авгусҡа тиклем беҙҙең эшлекле сәфәр үтәсәк. Беҙ комплекслы бизнес-программа әҙерләнек: үзбәк контрагенттары менән B2B осрашыуҙары, урындағы бизнес һәм эшлекле даирәләр ҡатнашлығында түңәрәк өҫтәлдәр, шулай уҡ Үзбәкстандың махсус предприятиеларына барыу ҡаралған”, – тип билдәләй Андрей Назаров.
Фото Андрей Назаровтың социаль селтәрҙәрҙәге сәхифәһенән алынды.