

Хәйбулла районында урынлашҡан "Бүребай тау-байыҡтырыу комбинаты" йәмғиәтендә иң яҡшы иретеп-йәбештереүселәр конкурсы үтте. Һөнәри оҫталыҡты билдәләү бәйгеһе предприятиеның ремонт-механик цехы майҙанында үтте. Комбинаттың барлыҡ структураларынан һигеҙ тәжрибәле иретеп-йәбештереүсе үҙҙәренең һөнәри оҫталығын практикала күрһәтте.
Бәйге ике этаптан торҙо. Беренсеһендә конкурсанттар теоретик белемдәрен тикшереп, 10 минут эсендә 20 һорауға яуап бирһә, практик өлөштә иретеп йәбештереү оҫталығын күрһәттеләр.
Шулай итеп, Октябрь ер аҫты руднигы эшсеһе Айгиз Исҡужин “Бүребай тау-байыҡтырыу комбинаты” йәмғиәтенең иң яҡшы иретеп йәбештереүсеһе тип билдәләнде. Икенсе урынды байыҡтырыу фабрикаһы иретеп йәбештереүсеһе Радмир Бағышаев һәм өсөнсө урынды автотранспорт цехы хеҙмәткәре Фәсхетдин Әбүбәкеров яуланы.
Бындай ярыштар эшсе һөнәренең абруйын артырыуҙа ҙур өлөш индерә, ти ойоштороусылар.
Фото: Хәйбулла районы хакимиәте сайтынан.