

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров үҙенең социаль селтәрҙәрҙәге сәхифәһендә быйылғы уңыш йыйыу кампанияһы хаҡында яҙа:
“Ауыл хужалығы эшсәндәре бөгөн тәүге миллион тонна игенде йыйҙы. Әлегә бөтә баҫыуҙарҙың биштән бер өлөшө һуғылған.
Быйыл уңыш иген үҫтереү зоналарында ғына түгел, Урал аръяғында һәм төньяҡ урман-дала зоналарында ла юғары булды.
Хәҙер беҙҙең төп бурыс – ошо байлыҡты юғалтыуһыҙ йыйып алыу. Һауа торошо быға бөтөн шарттар булдырҙы. Көндөҙгө һәм төнгө температураның ҙур айырмаһы арҡаһында ғына ысыҡтың күп төшөүе сәбәпле, иртә таңдан баҫыуға сығыу мөмкин түгел. Бөтә төп эштәрҙе көндөҙ атҡарырға тура килә.
Алдынғылыҡты бирмәгән райондарҙы ла телгә алып китке килә. Стәрлетамаҡ районында 100 мең тоннанан ашыу иген һуғылған, Илеш районында — яҡынса 70 мең тонна. Шулай уҡ Стәрлетамаҡ хужалыҡтары иң яҡшы һөҙөмтә күрһәтә — бында һәр гектарҙан 47 центнер иген һуғыла”, - тип билдәләй Радий Хәбиров.
Фотолар Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың социаль селтәрҙәрҙәге сәхифәһенән алынды.