

Бөгөн республиканың ауыл хужалығы эшсәндәре бер юлы бер нисә эш алып бара. Был – мал аҙығы әҙерләү, иген культураларын йыйыу һәм ужым арышын сәсеү. Урып йыйыуҙың план майҙаны – 1754 мең гектар, шул иҫәптән ужым культуралары – 262,6 мең гектар, яҙғы культуралар – 1491,3 мең гектар. Был турала бөгөн Хөкүмәттең Республикаға идара итеү үҙәгендә ойошторолған оператив кәңәшмәһендә Башҡортостан Хөкүмәте вице-премьеры – ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов һөйләне.
– Бөгөн иген һәм ҡуҙаҡлы иген культуралары майҙандарының 27 проценты (478 мең гектар) сабылған, 436 мең гектарҙан ашыуы һуғылған. Тулайым йыйым 1 миллион 338 мең тонна иген тәшкил иткән, гектарынан уртаса уңыш – 31 центнер. Бөртөклө һәм ҡуҙаҡлы культураларҙы һуғыу буйынса алдынғылар – Стәрлетамаҡ (107 мең тонна), Илеш (79 мең тонна), Ауырғазы (59 мең тонна), Ҡырмыҫҡалы (58 мең тонна), Бүздәк (54 мең тонна) һәм Саҡмағош (49 мең тонна) райондары, – тине ул.
Ужым буйынса, бөгөн 195 мең гектарҙан ашыу майҙанда сабылған, был пландың 74 проценттан ашыуы, 180 мең гектарҙан ашыуында (шипкән баҫыуын да иҫәпкә алып) һуғылған. Уларҙың 75 проценты – ужым арышы һәм 64 проценты ужым бойҙайы һуғылған. 570 мең тонна самаһы ашлыҡ һуғылған.
Ужым культураларын тулайым йыйыу буйынса Стәрлетамаҡ (39 мең тонна), Дәүләкән (33 мең тонна), Көйөргәҙе (25 мең тонна), Ауырғазы (27 мең тонна) һәм Мәләүез (25 мең тонна) райондары хужалыҡтары алдынғы урындарҙа.
Майлы культураларҙан 7 мең 390 тонна ужым шипкәне орлоғо йыйып алынған (6,4 мең гектарҙа йәки пландың 80 процентында сабылған, уртаса уңыш – гектарынан 11,6 центнер). Был йәһәттән һис шикһеҙ лидер – Бәләбәй районы, уның хужалыҡтары 2 мең 600 тоннанан ашыу (2 629 т) шипкән йыйған.
Айырым хужалыҡтар рапс, етен һәм гәрсис йыя башланы. Был культуралар буйынса 4 мең 500 тонна самаһы ашлыҡ һуғылған, йәғни пландың 1 проценттан аҙырағы.
Республиканың 52 районы яҙғы иген культураларын йыйыуға төштө (Белорет, Бөрйәндән башҡа бөтә райондар ҙа).
Борсаҡ йыйыу тамамланыу өҫтөндә, 42 мең гектар һуғылған (пландың 84 проценты), 115 мең тонна һуғылған, был уҙған йылғы кимәлдән 2,2 тапҡырға юғарыраҡ .
Урып йыйыу эштәренең тиҙлеге арта: һоло, 43,5 мең гектар сабылған, был пландың 34 проценты (87 мең тонна ашлыҡ һуғылған; уңдырышлылығы - 24,8 центнер; яҙғы бойҙай, 10 мең гектар сабылған, 6,5 мең тонна һуғылған, был пландың 1 проценттан аҙыраҡ (10 мең тонна ашлыҡ һуғылған; 2022 йылғы уңыш - гектарынан 21,3 центнер.
Параллель рәүештә республиканың 24 районы хужалыҡтары (план буйынса 50) ужым культураларын сәсеүгә төштө (лидерҙар: Дыуан (4,2 мең гектар) һәм Дәүләкән (2,8 мең гектар) райондары. Ужым культуралары 23 мең гектарҙан ашыу майҙанда, йәғни пландың 5,5 проценттан ашыуында сәселгән.
Бөгөн мал аҙығы әҙерләү ҙә дауам итә. Аграрийҙар тупаҫ һәм һутлы мал аҙығына талаптың 80 процент самаһын әҙерләгән. Дөйөм алғанда, бөгөн яҡынса 670 мең гектар мал аҙығы культуралары сабылған.
Фото: ufa.aif.ru