Иҡтисад
16 Август 2022, 03:30

“Улдарыма таянам”

"Хәҙер “дилбегәне” улдарымдың ҡулдарына тотторғанмын инде, тик эштәрен күҙәтеп барам, кәңәш бирәм", - ти фермер 

“Улдарыма таянам”“Улдарыма таянам”
“Улдарыма таянам”

Рәсим Рәйес улының тормошонда уңыштар ҙа, уңышһыҙлыҡтар ҙа етерлек булған. Бер саҡ унда ауыл хужалығы менән шөғөлләнеү уйы ҡабына. Бүздәк районындағы тыуған Аҡтау ауылына ҡайтып,  хужалыҡ ойошторорға дәртләнә.

– Ауыл хужалығы эштәрен биш бармағымдай белгәнгә күрә, яҙмышымды үҙгәртергә булдым, – ти ул.– Ҡатыным Сәлимә менән кәңәшләшеп, 2005 йылда шәхси ярҙамсы хужалыҡ ойошторҙоҡ. Ҡуртымға 57 гектар ер,  һыйырҙар аҫрау өсөн бина  һатып алдыҡ. Эштәр аҡрынлап яйланды, һөттө район үҙәгендә һаттыҡ, алынған аҡсаға биләмәне төҙөкләндерҙек, келәт һалдыҡ. 2018 йылда һауын һыйырҙарын 35 башҡа еткерҙек, йыл һайын 20-25 быҙауҙы һимертеүгә ҡуйып, иткә һаттыҡ. Ниһайәт, 2019 йылда крәҫтиән-фермер хужалығы ойошторорға ҡарар иттек.  Әлбиттә, беҙгә дәүләт гранты ярҙам итте.

Рәсим Сәйетов тейешле документтарҙы йыйып,  “Эш башлаусы фермер” программаһында ҡатнашырға ғариза бирә. Проект хупланғас, өс миллион 250 мең һумлыҡ грант алалар. Аҡса “симменталь” тоҡомло 22 тана  һәм “Беларусь” тракторы алыуға китә. Хәҙер фермерҙың 84 баш һауын һыйыры бар. Игенселек менән дә шөғөлләнә ул. Сәйетовтарҙың ныҡлы, тотороҡло хеҙмәт династияһы барлыҡҡа килде, тип ышаныслы  әйтергә  мөмкин. Хужалыҡ етәксеһе эргәһендә ҡатыны, ике улы һәм килендәре иңгә-иң терәшеп эшләй.

– Баҫыуҙа ла, өйҙә лә ғаиләбеҙ менән бергә эшләйбеҙ. Иптәшем менән биш бала тәрбиәләйбеҙ. Барыһына ла белем бирҙек, аяҡтарына баҫырға ярҙам иттек. Азат менән Финат – ғаилә эшендә алыштырғыһыҙ ярҙамсыларым.  Хәҙер “дилбегәне” уларҙың ҡулына тотторғанмын инде, тик эштәрен күҙәтеп барам, кәңәш бирәм.  Килендәрем дә егәрле, береһе – фельдшер, икенсеһе тәрбиәсе булып эшләүҙәренә ҡарамаҫтан, хужалыҡта ла ярҙамлашып өлгөрәләр, – ти  Рәсим Рәйес улы.

Башҡортостанда быйыл “Агростартап” гранттарына эш башлаусы 39 эшҡыуар һайлап алынған. Быйыл программа буйынса  дәүләт ярҙамының дөйөм суммаһы  125,4 миллион һум тәшкил итә.

Фото: Ауыл хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәте.

Автор:Дина Арсланова
Читайте нас