Иҡтисад
16 Август 2022, 15:45

Заводтың эштәре яҡшы

Етештерелгән продукцияның ассортименты киң: 2,5 мең төр пластик һауыт-һаба, балалар тауарҙары, йорт йыһазы, кухня кәрәк-яраҡтары, баҡса, ял һәм туризм өсөн изделиелар

Заводтың эштәре яҡшыЗаводтың эштәре яҡшы
Заводтың эштәре яҡшы

Республикаға идара итеү үҙәгендә ойошторолған Хөкүмәттең аҙналыҡ кәңәшмәһендә Октябрьскийҙағы “Альтернатива” пластмасса изделиелар заводының тышҡы санкциялар баҫымы шарттарында импортты алмаштырыу һәм экспортты үҫтереү буйынса эш йомғаҡтарын ҡаранылар.

Предприятиеның генераль директоры Раил Фәхретдинов етештерелгән продукцияның киң ассортименты хаҡында һөйләне. Был 2,5 мең төр пластик һауыт-һаба, балалар тауарҙары, йорт йыһазы, кухня кәрәк-яраҡтары, баҡса, ял һәм туризм өсөн изделиелар.

– Завод ике етештереү майҙансығында урынлашҡан. 200-ҙән ашыу берәмектән торған ҡорамалдар паркы полимер сеймалдың киң ассортиментын эшкәртергә мөмкинлек бирә. 2021 йылда продукция сығарыу күләмен 18 процентҡа арттырҙыҡ. Уны Рәсәйҙең 50-нән ашыу төбәгенә оҙатабыҙ, – тип билдәләне Раил Фәхретдинов. – Беҙ БДБ илдәрендә хужалыҡ-көнкүреш тәғәйенләнешендәге пластмасса изделиелар етештереүселәр араһында ла алда барабыҙ. 2021 йыл йомғаҡтары буйынса компанияның әйләнешендә экспорт өлөшө 10,5 процент йәки 479 миллион һум тәшкил итте.

Һуңғы дүрт йылда Рәсәй Сәнәғәтте үҫтереү фонды предприятиеның биш инвестиция проектын хуплаған. Улар дөйөм суммаһы 331 миллион һумлыҡ ярҙам күрһәткән. 2022 йылда производствоны үҫтереүгә һалынған аҡсаның дөйөм суммаһы 437 миллион һум тәшкил итергә тейеш.

– Быйыл илебеҙҙә етештерелгән пластик продукцияны ҡулланыусыларҙың көнбайыш санкциялары арҡаһында йорт һәм ауыл хужалығы өсөн тауарҙар дефицитын тулыландырыу өсөн заявкалар һаны артты, – тип билдәләне “Альтернатива” заводының генераль директоры. - Етештереү ҡеүәте илебеҙ баҙарында сит ил продукцияһын тулыһынса алмаштырырға мөмкинлек бирә.

Башҡортостан Башлығы предприятие коллективына һөҙөмтәле эшләгәндәре өсөн рәхмәт белдерҙе һәм үҫеш институттары, дәүләт ярҙам фондтары менән эштең мөһимлеген билдәләне.

– Яҡшы хеҙмәт уңыштары өсөн барлыҡ хеҙмәткәрҙәргә оло ихтирам һүҙҙәрен еткерегеҙ, - тине Радий Хәбиров.

Фото: Башҡортостан Башлығы сайты. 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас