Иҡтисад
17 Август 2022, 10:15

770 миллион һум йүнәлтеләсәк

Инвестор мелиорацияны үҫтереү программаһы сиктәрендә республиканың көньяҡ өлөшөндә ауыл хужалығы ерҙәренең уңдырышлылығын күтәрергә күҙаллай

770 миллион һум йүнәлтеләсәк770 миллион һум йүнәлтеләсәк
770 миллион һум йүнәлтеләсәк

Мәләүез районында ауыл хужалығы ерҙәренең уңдырышлылығын күтәреү иҫәбенә үҫемлекселекте үҫтереү инвестиция проектын тормошҡа ашырыу планлаштырыла. "Хлебодаровка" крәҫтиән (фермер) хужалығы башланғысын БР Башлығы Радий Хәбиров "Инвестчас" форматында уҙғарған төбәктең инвестиция комитеты ултырышында ҡараны. Проектты тормошҡа ашырыуға 770 миллион һум бүленәсәк, һөҙөмтәлә 55 яңы эш урыны булдырыласаҡ тип күҙаллана.

  • Инвестор мелиорацияны үҫтереү программаһы сиктәрендә республиканың көньяҡ өлөшөндә ауыл хужалығы ерҙәренең уңдырышлылығын күтәрергә күҙаллай. Программала ҡатнашыу инвесторға һуғарыу системаларын төҙөүгә киткән сығымдарҙың яртыһын ҡапларға мөмкинселек бирәсәк. Аграрийҙар һуғарыу системаларын ни тиклем әүҙемерәк төҙөһәләр, шул тиклем киләсәктә ҡоролоҡҡа ҡаршы тора аласаҡтар, - тип белдерҙе  Башҡортостан Республикаһының Хөкүмәт Премьер-министры урынбаҫары – ауыл хужалығы министры  Илшат Фәзрахманов.

Хужалыҡта быға тиклем ҡулланылмаған ерҙәрҙе эшкәртергә һәм һуғарыу биләмәләре майҙандарын 700 гектарға тиклем еткерергә иҫәп тоталар. Был юғары уңдырышлы культураларҙы үҫтерергә мөмкинселек бирәсәк.

Әлеге ваҡытта проект бизнес-планлаштырыу, ер-мөлкәт мәсьәләләрен хәл итеү, ауыл-хужалығы техникаһын һатып алыу буйынса һөйләшеүҙәр этабында бара. Республиканың инвестициялар комитеты проектҡа “өҫтөнлөклө проект” статусын бирҙе.

Сығанаҡ һәм фото:

https://pravitelstvorb.ru/ru/press-office/news.php?ELEMENT_ID=56963

 

Автор:Римма Султанова
Читайте нас