

Һалым буйынса һорауҙарым бар ине. Ҡулымда бәләкәй бала булғас, идаралыҡҡа бара алмайым. Бәлки, телефон аша яуап алып булалыр? Ярҙам итеп ебәрегеҙ әле.
Зилә Юнысова, Туймазы районы.
Ҡайһы бер һорауҙарға яуап табыу өсөн белгес ярҙамы кәрәк шул. Бигерәк тә һалымға ҡағылышлыларына. Был осраҡта һеҙгә Федераль һалым хеҙмәтенең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығында булдырылған “ҡыҙыу бәйләнеш” телефоны ярҙам итер.
Һорауҙарға һалым буйынса белгестәр яуап ҡайтара.
“Ҡыҙыу бәйләнеш” телефонына көн дә 250 тирәһе шылтыратыу ҡабул ителә. Милек һалымдарын түләү буйынса кампания осоронда был һан бер нисә тапҡырға арта.
Быйыл ете айҙа Федераль һалым хеҙмәтенең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы белгестәре 13 меңдән ашыу кешегә ярҙам иткән.
Иң йыш бирелгән һорауҙар милек йәғни йорт, фатир, ер һәм транспорт килеменә бәйле. Бындай һорауҙар бөтә ҡабул ителгән мөрәжәғәттәрҙең 30 процентын тәшкил итте.
Федераль һалым хеҙмәтенең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығының "ҡыҙыу бәйләнеш" телефоны: 226-38-00, Өфөнөң коды 347. Шылтыратыуҙар эш көндәрендә иртәнге сәғәт 9-ҙан киске 6-ға тиклем ҡабул ителә. Элемтәгә инеү бушлай.