Иҡтисад
17 Август 2022, 12:00

Беҙҙә ярҙам саралары күп

Радий Хәбиров “Бурсервис” заводы тураһында яҙҙы.

Беҙҙә ярҙам саралары күпБеҙҙә ярҙам саралары күп
Беҙҙә ярҙам саралары күп

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙәр аша санкциялар шарттарында предприятиеларға ярҙам итеү саралары тураһында һөйләүен дауам итә. Был юлы ул “Бурсервис” заводы тураһында яҙҙы.

“Бурсервис” заводы – Рәсәйҙә нефть һәм газ скважиналарын быраулау һәм капиталь ремонтлау өсөн ҡорамалдар, инструменттар етештереүсе төп предприятиеларҙың береһе.

Күптән түгел “Бурсервис” Кесе һәм урта эшҡыуарлыҡ корпорацияһының бүлендеге Башҡортостандың Төбәк лизинг компанияһы менән килешеү төҙөнө. Шул арҡала Өфө предприятиеһы нефть-газ ҡорамалдары етештереү өсөн ике биш күсәрле эшкәртеү үҙәге алды. Улар эшкә ҡушылған да инде. Хәҙер етештереү күләменең артыуын көтәбеҙ.

Беҙ “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ, индивидуаль эшҡыуарлыҡ инициативаһына ярҙам” милли проекты сиктәрендә предприятиеларға лизинг ярҙамы күрһәтәбеҙ. Ул предприятиеларыбыҙҙың импортҡа бәйлелеген кәметеүгә лә йүнәлтелгән. Мәҫәлән, “Бурсервис”ҡа килтергән станоктар үҙебеҙҙең илдә етештерелгән.

Шуныһы мөһим, республикала лизинг программаларын тулы күләмдә һаҡлап ҡалдыҡ. Унан да бигерәк, предприятиеларға ҡатмарлы осорҙо үтергә ярҙам итер өсөн, беҙ шарттарҙы ябайлаштырҙыҡ. Мәҫәлән, “Тотороҡло үҫеш” программаһы буйынса финанслауҙың минималь суммаһы 2,5 миллиондан 500 мең һумға тиклем кәметелде, ә лизингтың максималь срогы 60-тан 84 айға етте. Шулай уҡ аванс түләүҙе кәметтеләр һәм һатып алыуға сығымдарҙың өлөшөн арттырҙылар.

Был беҙҙең Башҡортостанда ғәмәлдә булған ярҙам сараларының бер өлөшө генә. Республиканың социаль-иҡтисади үҫеше буйынса оператив штаб ултырыштарын даими үткәрәбеҙ, унда ошо мәсьәләләрҙе лә ҡарайбыҙ.

Фото: "Бәйләнештә". 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас