

20 августа Архангел районында “Архангел кәсептәре” тигән йәрминкә фестивале ойошторола. Сара район үҙәге Архангел ауылы Мәҙәниәт йорто алдындағы майҙанда үтә.
Сараның маҡсаты – халыҡ кәсептәрен һаҡлау һәм үҫтереү. Бик бай программа көтөлә. Унда урындағы фольклор коллективтары сығыш яһаясаҡ, район ойошмаларының һәм кәсепселәренең күргәҙмәһе ҡуйыласаҡ, шулай уҡ ауыл хужалығы йәрминкәһе һәм мәктәп йәрминкәһе эшләйәсәк. Белгестәр оҫталыҡ дәрестәре лә күрһәтәсәк. Айырыуса төрлө йүнәлештәге кәсепселәрҙең йәрминкәһе ҡыҙыҡлы булмаҡсы.
Фото: https://vatandash.ru.