Иҡтисад
17 Август 2022, 07:15

Меңгә яҡын йортҡа - “зәңгәр яғыулыҡ”

Быйыл газ үткәреүгә 195 миллион һум аҡса бүленәсәк

Меңгә яҡын йортҡа - “зәңгәр яғыулыҡ”Меңгә яҡын йортҡа - “зәңгәр яғыулыҡ”
Меңгә яҡын йортҡа - “зәңгәр яғыулыҡ”

Башҡортостанда айырым торлаҡ йорттарға газ үткәреү буйынса 981 таныҡлыҡ бирелгән, сығымдарҙың дөйөм күләме 75 миллион һум тәшкил иткән.

Башҡортостандың Финанс министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, ағымдағы йылдың беренсе яртыһында республика халҡының айырым категорияларына 75 миллион һум күләмендә 981 таныҡлыҡ тапшырылған. Йыл аҙағына тиклем тағы 195 миллион һумға газ үткәреү ҡаралған.

— Таныҡлыҡ биреү Башҡортостандың Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы бойороғо менән раҫланған ғариза нигеҙендә башҡарыла, — тип билдәләй Башҡортостан Хөкүмәте премьер-министры урынбаҫары - финанс министры Лира Иғтисамова.

Бушлай “зәңгәр яғыулыҡ” үткәреүгә таныҡлыҡ алыу хоҡуғына кемдәр эйә?

- Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары, "Ветерандар тураһында" Федераль закондың 2-се статьяһының 1-се өлөшөнөң 1-се бүлегендә билдәләнгән категория, Бөйөк Ватан һуғышы инвалиды һәм "Ветерандар тураһында" Федераль закондың 4-се статьяһында күрһәтелгән инвалид хәрбиҙәр. Уларға бирелгән танытманың номиналь ҡиммәте — 100 000 һум;

- инвалидтар, инвалид балалары булған ғаиләләр, күп балалы ғаиләләргә таныҡлыҡтың номиналь хаҡы — 75 000 һум.

Тулыраҡ мәғлүмәтте һылтанма буйынса алырға мөмкин: http://rcspn.mintrudrb.ru/posts/134101

 

 

Фото: Эльдар Фәттәхов.

Автор:Лилия Нуретдинова
Читайте нас