Иҡтисад
17 Август 2022, 11:45

Үзбәкстан менән хеҙмәттәшлек әүҙем үҫә

Андрей Назаров Үзбәкстанда эш сәфәрендә 

Үзбәкстан менән хеҙмәттәшлек әүҙем үҫәҮзбәкстан менән хеҙмәттәшлек әүҙем үҫә
Үзбәкстан менән хеҙмәттәшлек әүҙем үҫә

Башҡортостан Хөкүмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, Премьер-министр Андрей Назаров Үзбәкстанда эш сәфәрендә. Ике республика араһында сәнәғәт предприятиелары асыу, шулай уҡ ауыл хужалығы сеймалы етештереү һәм эшкәртеү, туризм өлкәһендәге берлектәге инвестиция проекттары тормошҡа ашырыла.

– Үзбәкстан бизнесы менән аффилирланған “ГазРесурс” компанияһы Башҡортостанда дөйөм хаҡы 1,3 миллиард һумлыҡ өс инвестиция проектын ғәмәлгә ашыра. Улар иҫәбенә автомобилдәргә газ тултырыу компрессор станциялары селтәрен төҙөү ҙә инә. Инвестор уларҙы Нефтекамала, Өфө, Ҡырмыҫҡалы һәм Белорет райондарында асҡан. 2024 йылға тиклем Өфөлә йәнә өс станция асмаҡсы. Был эшкә бөтәһе 270 миллион һум аҡса йүнәлтелә. Икенсе проект – Благовещен районында автомобиль транспорты өсөн газ баллондары етештереү заводын төҙөү. Бында йылына 50-200 литрлыҡ 120 мең баллон сығарыу планлаштырыла. Инвестициял күләме – 800 миллион һум, 70 эш урыны булдырыу ҡарала. Завод 2025 йылда эш башларға тейеш, – тине Андрей Назаров.

Премьер-министр әйтеүенсә, ағас эшкәртеү өлкәһендә тағы ла бер проект тормошҡа ашырыла. “ГазРесурс”тың бүлендек компанияһы – “Башҡорт урманы” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте Учалы районында фанера етештереү заводын төҙөй. 235 миллион һумлыҡ заманса комплекс 100 эш урыны булдырырға мөмкинлек биреп, йылына алты мең кубометрға тиклем фанера сығарасаҡ. Киләсәктә инвестор заводта юнысҡы плитәһе сығарыуҙы яйға һалырға ниәтләй.

Башҡортостан менән Үзбәкстан араһындағы тауар әйләнеше юғары кимәлдә тип билдәләнә. Былтыр Башҡортостан Республикаһының сауҙа партнеры булған 128 ил араһындағы дөйөм тауар әйләнеше күләмендә Үзбәкстан 10-сы урынды биләгән.

Хеҙмәттәшлекте төрлө яҡлап үҫтереү өсөн Өфөнән Ташкентҡа тура авиабәйләнеш асылған. Осоштар быйыл 27 марттан яңыртылды. Әле Ташкент – Өфө – Ташкент йүнәлешендә “Uzbekistan Airways” милли компанияһының самолеттары оса. Бынан тыш, “Uzbekistan Airways” компанияһы “Өфө – Наманган” маршруты буйынса ла рейстар башҡара. 14 июлдән “Utair” авиакомпанияһының осош программаһы ғәмәлгә индерелде. Самолеттар Өфөнән Ташкентҡа һәм унан Өфөгә аҙнаһына бер тапҡыр, кесе йома көндәрендә, оса.

Фото: pravitelstvorb.ru/ru/press

Сығанаҡ: pravitelstvorb.ru/ru/press

 

Автор:Лилия Давлетбакова
Читайте нас