Иҡтисад
18 Август 2022, 12:30

Газ заправкалары селтәрен үҫтерәбеҙ

Әле беҙҙә автомобилгә газ тултырыу буйынса 41 компрессор станцияһы бар

Газ заправкалары селтәрен үҫтерәбеҙГаз заправкалары селтәрен үҫтерәбеҙ
Газ заправкалары селтәрен үҫтерәбеҙ

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙәге сәхифәһендә Үзбәкстандың Наманган өлкәһендә эшләүе тураһында белдерҙе.

“Бөгөн Үзбәкстандың Наманган өлкәһендә эшләйем. Башҡортостанда газ ҡойоу инфраструктураһын үҫтереү буйынса партнерыбыҙ булған “ГазРесурс” компанияһын ойоштороусының газ заправкаларының береһендә булдым.

Бында ошондай 200-ҙән ашыу станция бар, бөтәһендә лә заправка өсөн постар күп. Мин иң күбе 32 пост күрҙем. Бындай кимәлгә етеү өсөн беҙгә байтаҡ эшләргә кәрәк, шуға ынтыласаҡбыҙ.

Был тема беҙҙең өсөн бик мөһим. Газ-мотор яғыулығы – отошло һәм экологик яҡтан хәүефһеҙ, шуға күрә республика бындай инфраструктураны үҫтереү яҡлы. Әле беҙҙә автомобилгә газ тултырыу буйынса 41 компрессор станцияһы бар, быйыл тағы ла 10-һы сафҡа инә. Ростов өлкәһе менән бер рәттән беҙ – газ менән заправкалау станциялары буйынса Рәсәйҙә алдынғылар рәтендә.

Шул уҡ ваҡытта “ГазРесурс”тың республикабыҙҙа алты станцияһы бар. Уларҙы компания үҙҙәрендә етештерелгән ҡорамалдар менән йыһазландырған. Бынан тыш, Благовещенда инвестор заправкалау станцияларын һәм транспортты йыһазландырыу өсөн газ баллондары етештереү заводын проектлай.

Газ заправкалары селтәрен үҫтереү йәһәтенән пландарыбыҙ ҙур. Инвесторҙар өсөн уңайлы шарттар тыуҙырылған. Әгәр автомобилгә газ тултырыу буйынса компрессор станцияһында кәмендә дүрт заправкалау посы булһа, дәүләт 36 миллион һум күләмендә субсидия бирә, шуларҙың 12 процентын республика бүлә.

Әйткәндәй, киләһе йыл Стәрлетамаҡ районында шыйыҡ тәбиғи газ етештереү заводы эшләй башлай. Киләсәктә газда эшләгән моторлы техниканы хеҙмәтләндереү буйынса ҙур сервис үҙәген асыу күҙаллана... Әммә быныһы башҡа темалар)

Барығыҙға ла уңыштар!” – тип яҙған Радий Хәбиров.

Фото: vk.com/radiyhabirov

Сығанаҡ: vk.com/radiyhabirov

 

Газ заправкалары селтәрен үҫтерәбеҙ
Газ заправкалары селтәрен үҫтерәбеҙ
Газ заправкалары селтәрен үҫтерәбеҙ
Газ заправкалары селтәрен үҫтерәбеҙ
Газ заправкалары селтәрен үҫтерәбеҙ
Автор:Лилия Давлетбакова
Читайте нас