Иҡтисад
18 Август 2022, 15:30

Иғтибар үҙәгендә – инвестиция проекттарын үҫтереү

Башҡортостан Башлығы “ГазРесурс” компанияһының заманса компрессор станцияһында булды

Иғтибар үҙәгендә – инвестиция проекттарын үҫтереүИғтибар үҙәгендә – инвестиция проекттарын үҫтереү
Иғтибар үҙәгендә – инвестиция проекттарын үҫтереү

Бөгөн Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Үзбәкстандың Наманган өлкәһендә “ГазРесурс” компанияһының автомобилдәргә газ тултырыу буйынса заманса компрессор станцияһында булды. Төбәктә был предприятиеның бөтәһе 200-ҙән ашыу станцияһы эшләй.

Төбәк етәксеһе заманса заправкалау ҡорамалдары, шулай уҡ юл буйы сервисы комплексы менән танышты. Республика Башлығы “ГазРесурс” вәкилдәре менән Башҡортостан биләмәһендә инвестиция проекттарын үҫтереү мөмкинлектәре буйынса фекер алышты.

Мәғлүм булыуынса, былтыр июлдә компания “Инвестиция сәғәте”ндә республика биләмәһендә 1,53 миллиард һумлыҡ газ заправкалары селтәрен асыу проекты менән таныштырғайны. Быйыл август башында төбәктә “ГазРесурс” компанияһының алты компрессор станцияһы эшләй ине.

Бынан тыш, инвесторҙар Благовещен районында автомобиль транспорты өсөн газ баллондары етештереү заводын төҙөргә ниәтләй.

Әйткәндәй, Радий Хәбиров социаль селтәрҙәге сәхифәһендә газ заправкалары селтәрен киңәйтеү пландары менән уртаҡлашты.

Фото: glavarb.ru/rus/press

Сығанаҡ: glavarb.ru/rus/press

 

Автор:Лилия Давлетбакова
Читайте нас