

Күптән түгел Волга буйындағы боронғо нефть сығарыу төбәктәренең береһендә һуңғы 15 йылдағы иң юғары күрһәткескә өлгәшелде – “Башнефть” акционерҙар нефть компанияһы (“Роснефть” нефть компанияһы составына инә) механик быраулау тиҙлеген сәғәтенә 38 метрға еткерҙе. Был алдағы рекордтан 19,5 процентҡа юғарыраҡ.
Тиҙлек буйынса был яңы иң юғары сикте “Башнефть-Добыча” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең нефтселәре Арлан ятҡылығында күрһәтте, бында горизонталь секцияларҙы быраулау буйынса уртаса тиҙлек сәғәтенә 25 километр тәшкил итә.
Технологик ҡеүәтте үҫтереү – “Роснефть-2030” стратегияһының төп элементтарының береһе. Компания, технологик лидерлыҡты нефть баҙарындағы көнәркәшлектең төп шарты итеп билдәләп, инновация эшмәкәрлегенә һәм алға ынтылышты тәьмин иткән ғилми ысулдарға өҫтөнлөклө иғтибар бирә.
Быраулауҙың механик тиҙлегендә рекордҡа өлгәшеү юғары һөҙөмтәле режимдарҙы һайлап алыу һәм яңы быуын инновация ҡырҡҡыстарын ҡулланыу һөҙөмтәһендә мөмкин булды. Бынан тыш, бырауҙың конструктив үҙенсәлектәре ауыш йүнәлешле скважиналарҙы төҙөгәндә быраулауҙың аныҡлығын яҡшыртыу форсатын бирҙе.
Юғары механик тиҙлеккә өлгәшеү шундай уңышҡа алып килде: забой тәрәнлеге 1379 метр һәм горизонталь торбаһы 299,5 метр булған скважинаны быраулауҙы “РН-Бурение” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте белгестәре 17 тәүлектә тамамланы, был пландағы күрһәткестәрҙән һигеҙ процентҡа яҡшыраҡ. Был араның 201,6 метры нефть менән юғары кимәлдә туйындырылған кашир-подольск ҡатламдарына тура килә.
Ҡырҡыу көсө юғары һөҙөмтәле булған яңы бырауҙарҙы ҡулланыу Башҡортостан ерлегендә айырыуса әһәмиәтле, сөнки беҙҙең төбәктә ерҙең геологик төҙөлөшөнә ҡаты тоҡомдарҙың күп булыуы хас, ә был иһә быраулау тиҙлеген аҡрынайта.
БЕЛЕШМӘ
“Башнефть-Добыча” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте – “Башнефть” акционерҙар нефть компанияһының төп нефть сығарыусы активы. Ул Башҡортостан, Татарстан, Ханты-Манси автономиялы округы-Югра һәм Ырымбур өлкәһе биләмәләрендә 185 ятҡылыҡты эшкәртә, 11 нефть һәм газ ятҡылығында эҙләнеү эше алып бара. 2022 йылда предприятие тәүге промысла ойошторолоуҙың һәм Башҡортостанда нефть сығара башлауҙың 90 йыллығын билдәләне. Эш дәүерендә предприятие сығарған углеводород сеймалы күләме 1,7 миллиард тонна тәшкил итте.
“РН-Бурение” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте – Рәсәйҙең быраулау компанияһы баҙарындағы филиалдар селтәре күп тармаҡлы булған лидер. Коллектив “Роснефть” компанияһының быраулау эштәренең 50 процентын тәьмин итә. “РН-Бурение” белгестәре көн һайын йөҙҙәрсә ятҡылыҡта эксплуатациялау һәм разведка быраулауы башҡара, шулай уҡ скважиналарға реконструкция яһай.
- Гөлсирә СӘХИЕВА