

19 августа Үзбәкстандың Ташкент өлкәһендәге Ангрен ҡалаһында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров «ANGREN SHARМ» тире эшкәртеү фабрикаһында булды. Был - илдең 2019 йыл аҙағында ғына эшләй башлаған өр-яңы предприятиеларының береһе.
Республикабыҙ етәксеһе тире эшкәртеү, күн әйберҙәр һәм ярым әҙер продукция етештереү технологияһы менән танышты. Предприятие етәкселеге менән әңгәмәлә Радий Хәбиров сеймал менән тәьмин итеүселәр һәм әҙер продукцияны ҡулланыусылар менән логистика бәйләнештәрен ойоштороу үҙенсәлектәре, шулай уҡ күн сәнәғәте эшен һөҙөмтәлерәк итер өсөн өсөн еңел сәнәғәткә ярҙам итеү сараларҙы мәсьәләләренә туҡталды.
Был сәфәре хаҡында Радий Хәбиров социаль селтәрҙә яҙма ла ҡалдырҙы.
"Был тире эшкәртеү һәм күн әйберҙәр эшләү фабрикаһы Ташкент өлкәһенең Ангрен ҡалаһында урынлашҡан. Бында эшләнгән нәмәләрҙең күбеһе билдәле итальян маркаһы заводтарына, Һиндостан автомобиль етештереүселәренә, төрөк һәм ғәрәп баҙарҙарына ебәрелә. Илшат Фәзрахманов, Алексей Гусев, Үзбәкстандағы коллегаларыбыҙҙың тәжрибәһен өйрәнәйек.
Эшкәртеү сәнәғәтен үҫтереү – республикабыҙ өсөн мөһим. Башҡортостан ауыл хужалығы тармағында сеймал етештереү, иген, һөт һәм башҡалар буйынса алдынғылар рәтендә тора. Әммә эшкәртеү әлегә етерлек кимәлдә үҫешмәгән.
Шул уҡ ваҡытта беҙҙә шарттар бар. Республикала һыйыр малы һаны – яҡынса 370 мең, ә эре малдың дөйөм һаны – 910 меңдән ашыу. Компетенциялар, эшләргә әҙер кешеләр, тотош хеҙмәт династиялары бар. Уларҙы яңы технологик процестарға йәлеп итергә ҡала. Барыһы ла килеп сығыр, тип ышанам", – тип яҙҙы Башҡортостан етәксеһе.
Мәғлүмәт, фото: vk.com/radiyhabirov