

Быйыл ҡайһы ғына районға барма, ниндәй генә иген баҫыуында туҡталма, туҡ башаҡтарҙың эйелеп ултырыуын, арыш йә бойҙайҙың елгә бәүелеүен күреп, күҙ ҡыуана. Әле ураҡ ҡыҙған мәл. Бер-бер артлы теҙелешкән комбайндар баҫыуҙы иңләй, йөк машиналары ырҙын менән ялан юлына саң ҡундырмай, ҡыҫҡаһы, баҫыу уңғандарына ҡарап тороу үҙе кинәнес. Стәрлетамаҡ тарафтарына юл төшкәндә игендең бураларға һыймай ятыуына беҙ ҙә хайран ҡалдыҡ.
Стәрлетамаҡ районының агросәнәғәт комплексын үҫтереү идаралығы начальнигы Иншар Ғөбәйҙуллиндың оҙатыуында төбәктә генә түгел, Башҡортостанда ла һәр йәһәттән дә алдынғылыҡты бирмәгән “Дружба” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте ауыл хужалығы предприятиеһына юлландыҡ.
– Был хужалыҡтың ерҙәре Ауырғазы һәм Ғафури райондарына терәлеп ята, – тип таныштыра Иншар Мәүлиәр улы. – Күршеләр менән тығыҙ аралашып йәшәйбеҙ, улар беҙҙең бай тәжрибәне өйрәнә, беҙ уларҙың алдынғы эш алымдарын ҡулланабыҙ. Йыл шул тиклем һәйбәт килә. Иң мөһиме – ямғырҙар ваҡытында яуҙы, етерлек дым тупланды.
Иншар Ғөбәйҙуллин әйтеүенсә, республикабыҙҙа иң беренселәрҙән булып ураҡҡа төшкән Стәрлетамаҡ районы алдынғылыҡты бирмәй, гектар көсө лә ныҡ юғары.
“Дружба” хужалығының дөйөм ауыл хужалығы ерҙәре бөтәһе 12 мең гектар майҙанға йәйелгән. Баҫыуҙар дөрөҫ эшкәртелгәс, уларға етерлек ашлама индерелгәс, мул уңыш алына. Шуныһы иғтибарға лайыҡ, был хужалыҡ эшмәкәрлеген башлыса көҙгө культураларҙы сәсеүгә һәм үҫтереүгә көйләгән. Әле бында гектар ҡеүәте – 60-ар центнер.
“Дружба” йәмғиәте идарасыһы Сергей Григорьев хужалығы менән яҡындан таныштырҙы, ҡаҙаныштары тураһында һөйләне.
– Алда булһа ҙур теләк, эштән ял таба йөрәк, тигәндәй, эшселәрҙең кәйефе күтәренке, һәр кем тырыша, бурысына яуаплы ҡарай, – тине Сергей Леонидович. – Уңыш мул булған һайын, хеҙмәткәрҙәр ҙә эшкә талпынып тора, улар ваҡыт менән дә иҫәпләшмәй. Һәр кем игенде тиҙерәк һәм юғалтыуһыҙ йыйып алыу өсөн көс һала.
Беҙҙе оҙатып йөрөүселәр менән бергә ҡамылдан атлайбыҙ. “Ҡарағыҙ әле, исмаһам, бер бөртөк бойҙай күренһәсе, ер үтәнән-үтә күренеп ята, был комбайнсыларҙың оҫталығын раҫлай”, – тип ҡыуандылар.
Ысынлап та, Ишбарс бүлексәһенең Покровка бригадаһында эш бер минутҡа ла тынғаны юҡ. Ана, уң яҡта, “Акрос-550” маркалы комбайн ҡапыл туҡтаны, бункер башында кинәт кенә ҡыҙыл лампочка тоҡанды. “Бункер тулды, бушатырға әҙермен” тигәнгә ишара был. Шунда уҡ “КамАЗ” йөк автомобиле шул яҡҡа ашыҡты.
Беҙгә алдынғы комбайнсы Олег Корчажников менән әңгәмәләшеү бәхете лә тәтене. Ул Покровка ауылында ғүмер итә, ғаилә ҡорған. Егет Наумовка ауыл хужалығы техникумын тамамлаған, агроном һөнәрен үҙләштергән. Кәләше Екатерина менән шәхси хужалыҡтарын да үҫтерә.
Олег Корчажниковтың һүҙҙәренә ҡарағанда, “Дружба” хужалығы етәкселегенең иң беренсе хеҙмәткәрҙәрҙең мәнфәғәтен ҡайғыртыуы үҙҙәренә ҡарата хөрмәт һәм ихтирам уята. “Эш хаҡы ваҡытында түләнәме?”, “Өҫтәмә түләүҙәр ҡаралғанмы?”, “Эшселәрҙең ғаиләһендә ниндәй мәсьәләләрҙе хәл итергә кәрәк?” – барыһы тураһында ла даими һорашып торалар. Уларҙың хәстәрлекле ҡарашын тойғас, маҡсаттарына еңел ирешәләр.
Баҫыу уңғандары иртәнге сәғәт 10-да эште башлай, киске 18 сәғәттә ялға туҡтай. Хеҙмәткәрҙәрҙе ашатыу ике тапҡыр ойошторолған. Әгәр ҙә яланда техника ватыла ҡалһа, ул ошонда уҡ ремонтлана. Ауыл эшсәндәре ураҡты 25 августа тамамларға уйлай.
- Илдар АҠЪЮЛОВ
Стәрлетамаҡ районы