

Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары Азат Бадранов социаль селтәрҙәге сәхифәһендә түбәндәгеләр хаҡында яҙҙы.
"Баймаҡ районының Күсей ауыл советы биләмәһе алтынға бай. Бында уны 300 йылға яҡын алалар,тап ошонда билдәле Рәмиев приискылары булған һәм Башҡортостан Милли музейында һаҡланған «Ирәндек айыуы» самородогын тап ошонда тапҡандар.
Дөйөм алғанда алтын табыу урындағы халыҡ өсөн ғәҙәти эшмәкәрлек төрө булып тора. Уларҙың күптәре приискыларҙа эшләне, был эштең производство һәм технологик процестарын белә.
Әлеге ваҡытта был биләмәлә етештереү процесын да, тәбиғәтте һаҡлау ҡануниәте талаптарын да үтәмәгән компаниялар эшләй башланы. Был, әлбиттә, урындағы халыҡта ғәҙел ризаһыҙлыҡ тыуҙыра.
Һуңғы ике аҙнала республиканың Тәбиғәттән файҙаланыу һәм Экология министрлығынан һәм "Россельхознадзор"ҙың территориаль бүлексәһенән коллегалары «Яҙ» һәм «Графское» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәттәренең ҡағиҙә боҙоуҙары буйынса тейешле акттарҙы оператив рәүештә теркәне һәм төҙөнө. Үрҙә әйтелгән ведомстволар инспекторҙарына бының өсөн ысын күңелдән рәхмәтлемен.
17-се августа уҡ «Яҙ» буйынса акт төҙөнөк һәм 18-дә был һәм башҡа документтарҙы мин Рәсәй Ер аҫты байлыҡтарын файҙаланыу буйынса федераль агентлыҡтың үҙәк аппаратына килтерҙем.
Шулай итеп, Мәскәүгә Рус география фестиваленә барыуҙы "Роснедр" ға барыу менән берләштерҙем.
Коллегаларыбыҙ менән һөҙөмтәле һөйләштек, "Роснедр" етәксеһе Е.И. Петровтың Өфөгә сәфәре барышында өлгәшелгән бөтә килешеүҙәр ҙә үтәлә һәм тормошҡа ашырыла. "Роснедр"ҙың алдағы комиссияларында Күсей ауыл советы биләмәһендә эшләгән компанияларҙы лицензияһыҙ ҡалдырыу мәсьәләһе ҡараласаҡ. Коллегаларыбыҙ менән тупаҫ хоҡуҡ боҙоуҙар теркәнек, атап әйткәндә, лицензия участкаһы сигенән ситкә сығыу һәм сығарыу уларҙың береһе булып тора.
Ер аҫты байлыҡтарын файҙаланыу мәсьәләләре буйынса комиссия эшмәкәрлеге дауам итә. Коррупция схемалары эшләмәй, федераль ҡануниәтте һәм урындағы халыҡ мәнфәғәттәрен мотлаҡ үтәү тураһында үҙ ҡарашыбыҙҙы системалы рәүештә һәм планлы рәүештә тормошҡа ашырабыҙ".
Фото: russian.rt.com
Видео: Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары Азат Бадрановтың социаль селтәрҙәге сәхифәһенән.