Иҡтисад
21 Августа 2022, 10:00

Андрей Назаров: “Бөгөн – Рәсәйҙең Һауа флоты көнө”

Авиация – иң юғары технологиялы һәм тиҙ үҫә барыусы тармаҡ, иҡтисадтың ҙур структура элементы һәм хәүефһеҙ транспорт төрө

Андрей Назаров:  “Бөгөн – Рәсәйҙең Һауа флоты көнө”Андрей Назаров:  “Бөгөн – Рәсәйҙең Һауа флоты көнө”
Андрей Назаров: “Бөгөн – Рәсәйҙең Һауа флоты көнө”

Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров “Telegram”дағы сәхифәләрендә “Бөгөн – Рәсәйҙең Һауа флоты көнө. Авиация – иң юғары технологиялы һәм тиҙ үҫә барыусы тармаҡ, иҡтисадтың ҙур структура элементы һәм хәүефһеҙ транспорт төрө”, – тип яҙҙы ул.

Был индустрияла Башҡортостандың мөһим субъект булыуы айырыуса ғорурлыҡ уята. Мостай Кәрим исемендәге халыҡ-ара аэропорт көн һайын үҫә бара, былтыр унда яңы терминал асылды һәм аэропорт, 4 миллион кешене хеҙмәтләндереп, Волга буйы федераль округында иң күп хеҙмәтләндергән һәм Рәсәйҙә пассажирҙар ағымы буйынса унынсы урынға сыҡҡан аэропорт булараҡ танылды. Беҙҙең Өфө дәүләт авиация техник университеты планетаның иң яҡшы университеттары исемлегендә килә, ә Өфө моторҙар эшләү, Өфө агрегат, “Гидравлика”, Приборҙар эшләү, Күмертау авиация берекмәләре тиҫтәләрсә йыл инде илебеҙҙең осоу аппараттары өсөн алдынғы техника етештерә. Авиация өсөн комплектлаусы әйберҙәр алыуға санкциялар шарттарында был бик ҙур көнәркәшлек өҫтөнлөгө булып тора, тип яҙҙы Премьер-министр.

Фото: Telegram.

Автор:Рәшит Кәлимуллин
Читайте нас