Иҡтисад
21 Августа 2022, 06:00

Баҫыуҙарҙа эш ҡайнай

Ҡариҙел районында бөртөклө культураларҙы йыйыу һәм сәсеү эштәре әүҙем бара

Баҫыуҙарҙа эш ҡайнайБаҫыуҙарҙа эш ҡайнай
Баҫыуҙарҙа эш ҡайнай

Район хакимиәте башлығы Айҙар  Шәйҙуллин баҫыуҙарға сығып ураны. Әлеге ваҡытҡа 14 мең гектар майҙанда уңыш йыйыу эштәре гөрләй, барлығы 24 берәмек техника йәлеп ителгән. 1500 гектар майҙанда урып-йыйыу эштәре тамамланған да инде. Ә бына сәсеү эштәре 1500 гектар ерҙә ойошторолған, был барлыҡ күрһәткестәрҙең 30 процентын тәшкил итә. Ауыл хужалығы бүлеге белгестәре билдәләүенсә, 25 авгусҡа сәсеү тамамланыр тип көтөлә.


Айҙар Шәйҙуллин “Фәтхиев крәҫтиән-фермер хужалығы” шәхси эшҡыуар хужалығында һәм “Зеувское” йәмғиәте баҫыуҙарында булды. Ул “Зуевское” йәмғиәте баҫыуҙарында “Чепелев иҫтәлегенә” арналған арпаны йыйып алыу барышы менән танышты. Был элиталы сортлы иген гектарынан 40 центнер уңыш биргән. “Урал-2” элиталы һолонан да шундай уҡ мул уңыш алыуға ирешелгән.


“Агроресурс Ҡариҙел” ойошмаһы баҫыуҙарында ла эштәр көйлө бара. Бында сәсеү эштәре бара. Уны юғары комплекслы агрегат башҡара, ул ҡый үләндәрен тулыһынса бөтөрөп, бураҙналар өҫтөн тип-тигеҙ итеүгә, сифатлы итеп тупраҡты ашламалар менән һуғарыуға һәләтле.
Район аграрийҙарының фиҙаҡәр хеҙмәте, уларҙың яңы технологиялар ҡулланып эшләүе йылдан-йыл бөртөклө культураларҙың уңышына килте арттырыуға килтерә, тип билдәләне район хакимиәте башлығы.

 

Мәғлүмәт һәм фото Ҡариҙел районы хакимиәтенән алынды.

Баҫыуҙарҙа эш ҡайнай
Баҫыуҙарҙа эш ҡайнай
Баҫыуҙарҙа эш ҡайнай
Автор:Лилия Нуретдинова
Читайте нас