Иҡтисад
22 Август 2022, 11:30

Һеҙҙе “Һөт иле”ндә көтәләр!

Сара август аҙағында Өфөләге Салауат Юлаев майҙанында үтәсәк.

Һеҙҙе “Һөт иле”ндә көтәләр!Һеҙҙе “Һөт иле”ндә көтәләр!
Һеҙҙе “Һөт иле”ндә көтәләр!

10-сы «Һөт иле» фестиваленең бизнес-программаһы сиктәрендә үткәреләсәк пленар ултырышта ҡараласаҡ мәсьәләләр билдәле булды. "Санкция ярҙарында һөт йылғалары" тип аталған сарала Рәсәйҙең алдынғы агросәнәғәт предприятиелары етәкселәре, ҡорамалдар менән тәьмин итеүселәр, һөт ризыҡтары етештереүселәр ҡатнашасаҡ. Һөт етештереүселәрҙең милли союзы, Һөт баҙарын өйрәнеү үҙәге, Рәсәйҙең иң эре һөт ризыҡтарын етештереүсе һәм эшкәртеүселәре сығыш яһаясаҡ.

Пленар сессияла ҡатнашыусылар Рәсәйҙә һөт баҙарының хәҙерге торошон, санкцияларҙың һөт етештереүгә һәм эшкәртеүгә йоғонтоһон, һөт ризыҡтарын маркировкалау темаһын, тармаҡтың инвестиция йәлеп итеүсәнлеген тикшерәсәк, һөт бизнесында килем алыу мәсьәләһенә һәм тармаҡтың башҡа бик күп ҡыҙыҡлы темаларына ҡағыласаҡ.

Пленар сессиянан һуң ултырышта ҡатнашыусылар өсөн секциялар эше ойошторола. Беренсе секция модераторы итеп «Зоотехника», «Һөт институты» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең зооветеринария бүлеге мөдире Мария Котельникова тәғәйенләнгән. Икенсе бүлектә белгестәр мал аҙығы етештереүҙең үҙенсәлектәрен тикшерәсәк.

"Һөт иле"  фестивале 27 августа Өфөлә Салауат Юлаев майҙанында үтәсәк. Сара Башҡортостанда етештерелгән һөт ризыҡтарын ҡулланыуҙы арттырыуға, дөрөҫ туҡланыуға һәм сәләмәт йәшәү рәүешенә булышлыҡ итеүгә йүнәлтелгән. Өфө халҡы һәм ҡунаҡтары өсөн, йола буйынса, спорт майҙансыҡтары, аҙыҡ-түлек зонаһы, һөт йәрминкәһе, ферма, балалар өсөн оҫталыҡ дәрестәре ойошторола. Бай концерт программаһы әҙерләнгән.

Тулыраҡ мәғлүмәт: https://vk.com/milkfest_ufa

Фото: grozny-inform.ru

Автор:Лилия Нуретдинова
Читайте нас