Иҡтисад
22 Август 2022, 10:45

Эшҡыуарҙарға ярҙамға килергә әҙерҙәр

Республиканың һәр район һәм ҡалаһында йәмәғәт ярҙамсылары эшләй.

Эшҡыуарҙарға ярҙамға килергә әҙерҙәрЭшҡыуарҙарға ярҙамға килергә әҙерҙәр
Эшҡыуарҙарға ярҙамға килергә әҙерҙәр

Башҡортостан Хөкүмәтенән хәбәр теүҙәренсә, бизнес-омбудсмен Флүр Әсәҙуллин видеоконференция бәйләнеше аша Башҡортостанда эшҡыуарҙарҙың хоҡуҡтарын яҡлау буйынса йәмәғәт ярҙамсыларын әҙерләү йүнәлешендә семинар үткәрҙе. Ҡатнашыусылар муниципалитеттарҙа эшҡыуарҙарға ярҙам итеү мәсьәләләрен тикшерҙе.

— Республиканың һәр муниципалитетында беҙҙең йәмәғәт ярҙамсылары эшләй. Улар - бизнесты үҫтереүгә һәм ярҙам итеүгә үҙ ҡарашы булған әүҙем һәм хәстәрлекле эшҡыуарҙар. Ҡағиҙә булараҡ, улар - үҙ райондарында һәм ҡалаларында абруйлы кешеләр. Бындай уҡытыу саралары киләсәктә эшҡыуарҙарға кәңәштәр биреү майҙансығы булыр, бер-береһенә ярҙам итер, тәжрибәһен арттырырға мөмкинлек бирер тип ышанам, — тип аңлатма бирҙе Флүр Әсәҙуллин.

Сара сиктәрендә иң әүҙем йәмәғәт ярҙамсылары эш тәжрибәһе менән уртаҡлашты. Даими ҡабул итеүҙәр үткәреүҙән тыш, урындарҙа эшҡыуарҙар өсөн бизнес алып барыу, уларҙың хоҡуҡтарын һәм законлы мәнфәғәттәрен яҡлау, административ кәртәләрҙе, күҙәтеү сараларының законлылығын, шулай уҡ ғәмәлдәге норматив хоҡуҡи акттарҙы һәм эшҡыуарлыҡты үҫтереүгә йүнәлтелгән башҡа эшмәкәрлекте камиллаштырыу буйынса түңәрәк өҫтәлдәр һәм ултырыштар үткәреү буйынса консультациялар үткәрә.

Сара йомғаҡтары буйынса Флүр Әсәҙуллин билдәләүенсә, йәмәғәт ярҙамсылары эшмәкәрлеге эшҡыуарҙарҙың мөрәжәғәттәренә һәм ялыуҙарына тиҙ яуап бирергә, республиканың райондарында һәм ҡалаларында бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡтың хоҡуҡтарын һәм законлы мәнфәғәттәрен үтәү буйынса хәлде тойорға мөмкинлек бирә.

Муниципаль берәмектәрҙә йәмәғәт ярҙамсылары тураһында мәғлүмәт менән түбәндәге һылтанма буйынса (https://upp.bashkortostan.ru/about/8561/) танышырға, шулай уҡ 8 (347) 218-18-18 телефоны буйынса мөрәжәғәт итергә мөмкин.

Фото Башҡортостан Хөкүмәте сайтынан алынды.

Автор:Лилия Нуретдинова
Читайте нас