

"Өфө" халыҡ-ара аэропортының генераль директоры, Башҡортостан Республикаһының Дәүләт-Йыйылышы Ҡоролтай депутаты Александр Андреев белдереүенсә, 2024 йылда Өфө ҡалаһы үҙенең 450 йыллыҡ юбилейын билдәләй. Беҙҙең аэропорт был мөһим ваҡиғанан ситтә ҡалмай.
- Баш ҡалабыҙҙың 450 йыллыҡ юбилейына ҡарата аэропортта һиҙелерлек үҙгәрештәр буласаҡ. Бында эске һәм халыҡ-ара авиайүнәлештәр терминалдарын бер япма аҫтында тоташтырыласаҡ. Төҙөлөш эштәре башланды, шуға күрә лә вокзал алды майҙанында 18 августан бирле транспорт һәм йәйәүлеләрҙең хәрәкәт тәртибе үҙгәрҙе. Яңыртылған схеманы аэропорттың сайтында, соцселтәр сәхифәләрендә һәм киң мәғлүмәт сараларында эҙләп табып танышырға мөмкин. Барлыҡҡа килгән уңайһыҙлыҡтар өсөн ғәфү үтенәбеҙ, - тине Александр Вадим улы.
Фото һәм сығанаҡ тексы: Александр Андреевтың "Бәйләнештә"ге сәхифәһенән.