Иҡтисад
22 Август 2022, 15:45

Гранттар конкурсында ҡатнашырға мөмкин

12 сентябргә тиклем Президенттың мәҙәни башланғыстар фонды дүртенсе махсус грант конкурсына ғариза биреү кампанияһын үткәрә

Гранттар конкурсында ҡатнашырға мөмкинГранттар конкурсында ҡатнашырға мөмкин
Гранттар конкурсында ҡатнашырға мөмкин

12 сентябргә хәтлем Президенттың мәҙәни башланғыстар фонды дүртенсе махсус грант конкурсына ғариза биреү кампанияһын үткәрә. Ул 19 августа башланды. Конкурсҡа өҫтәмә 1 миллиард һум аҡса бүленгән.

Сара Рәсәйҙең дөйөм мәҙәни үҙаңын популярлаштырыуға һәм һаҡлауға, "мәҙәниәтте бөтөрөү" күренешенә ҡаршы тороуға, санкциялар баҫымы шарттарында халҡыбыҙҙың традицион рухи-әхлаҡи ҡиммәттәрен нығытыуға йүнәлтелгән.

Конкурс проекттары алты йүнәлеш буйынса тапшырылырға мөмкин:  “Ғорурланабыҙ”, “Үҙебеҙҙекеләрҙе ташламайбыҙ”, “Яңы мөмкинлектәр”, “Донбасс Геройҙары — Рәсәй Геройҙары”, “Беҙ бергә”, “Мәҙәни код”.

Конкурста коммерцияға ҡарамаған ойошмалар (дәүләт учреждениелары, корпорациялары, компанияларынан, сәйәси партияларҙан тыш), коммерция ойошмалары һәм шәхси эшҡыуарҙар ҡатнаша ала.

Башҡортостан Республикаһының Мәҙәниәт министрлығы хәбәр итеүенсә, әлегә Башҡортостандың туғыҙ муниципаль берәмегенән коммерцияға ҡарамаған ойошмалар 25 ғариза әҙерләгән, уларҙа ҡаралған дөйөм сумма 45,5 миллион һумға торош итә. Был — Өфө, Күмертау, Салауат ҡалалары, Благовар, Дәүләкән, Күгәрсен, Стәрлебаш, Тәтешле һәм Өфө райондары.

Ғариза бирер өсөн https://фондкультурныхинициатив.рф. сайтына инеп, шәхси кабинетта махсус форманы тултырырға кәрәк. Мәҙәниәт министрлығы был эштә булышлыҡ ҡылырға әҙер.

Башҡортостан Республикаһының Мәғарифты үҫтереү институты ректоры, иҡтисад фәндәре докторы Азат Йәнгиров: “Бында ике аспектты билдәләп үтергә теләйем. Беренсенән, бүленгән гранттар бик ваҡытлы, сөнки улар Рәсәй йәмғиәтенең берҙәмлеген, дәүләт суверенитетын һәм илебеҙҙең бойондороҡһоҙлоғон нығытыуға йүнәлтелгән. Улар Рәсәй халҡын һаҡлауҙың, үҙ ниәттәреңде тормошҡа ашырыу һәм таланттарҙы үҫтереү мөмкинлектәрен арттырыуҙың, илдең көнәркәшлек (конкуренция) һәләтен һәм граждандарҙың йәшәү сифатын арттырыуҙың тағы бер ҡоралы булырға һәләтле.

Икенсенән, дәүләт үҫешенең сеймалдан креатив тармаҡтарға күсеүе объектив йүнәлеш булып тора. Иҡтисадтың бөтә өлкәләрендә лә ижад киләсәктә эске тулайым продукттың байтаҡ өлөшөн тәшкил итә алған бизнес булараҡ ҡарала. Шуға күрә Рәсәйҙә ижади иҡтисад үҫешен дәртләндереү өсөн дәүләт кимәлендә ярҙам бик мөһим”, – тип иҫәпләй.

Автор:Равиля Гатауллина
Читайте нас