Иҡтисад
22 Август 2022, 07:50

Күрһәткестәр яҡшы булһа ла...

Алда тағы ла ҙурыраҡ бурыстар тора. 

Күрһәткестәр яҡшы булһа ла...Күрһәткестәр яҡшы булһа ла...
Күрһәткестәр яҡшы булһа ла...

Бөгөн Республикаға идара итеү үҙәгендә ойошторолған Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһен Премьер-министр Андрей Назаров үткәрҙе. Ул республика эшмәкәрлегендәге ҡайһы бер мөһим һандарҙы әйтте. Шулай быйылғы йылдың тәүге ете айында 1,6 миллион квадрат метр торлаҡ файҙаланыуға индерелгән. Былтырғы йылдың ғинуар-июле менән сағыштырғанда үҫеш 10,3 процент тәшкил иткән.

Әлеге ваҡытта Башҡортостан торлаҡты сафҡа индереү күрһәткесе буйынса Волга буйы федераль округында икенсе урынды биләй.

– Яҡшы тиҙлек. Шуға ҡарамаҫтан, 2022 йылда беҙҙең алда ярайһы уҡ юғары бурыс тора – 2,980 миллион квадрат метр торлаҡ тапшырырға, ә 2030 йылға дүрт миллион һанына сығырға кәрәк. Уҙған йылдың һәм ағымдағы йылдың ете айының динамикаһы яҡшы булыуға ҡарамаҫтан, шуны әйткем килә: бурыс ҡатмарлы. Шуға бында күп йүнәлештәр буйынса эш алып барырға, төҙөүселәргә һәм ошо һөҙөмтәләргә ҙур өлөш индергән, торлаҡ төҙөгән һәм статистикабыҙҙы яҡшыртҡан халыҡҡа ярҙам күрһәтергә кәрәк, – тине Андрей Назаров.

Фото: "ГорОбзор". 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас