Иҡтисад
22 Август 2022, 06:30

Ул ябай май түгел

Сара Мәскәүҙә “Патриот” паркында уҙған.

Ул ябай май түгелУл ябай май түгел
Ул ябай май түгел

Башҡортостан Хөкүмәте хәбәр итеүенсә, “ХТЦ УАИ Росойл” Өфө технопаркы “Армия – 2022” тигән халыҡ-ара хәрби-техник форумында яңы ҡорал майының исем туйын үткәргән. Уны Рәсәй Оборона министрлығы кәрәк-яраҡ өсөн тотонасаҡ. Сара Мәскәүҙә “Патриот” паркында уҙған.

- Башҡортостанда индустрияға һәм технопарктарға ҙур ярҙам күрһәтелә, – тип һөйләй Башҡортостандың сәнәғәт, энергетика һәм инновациялар министры Александр Шельдяев. – Парктарҙы үҫтереү, төҙөү һәм һаҡлау буйынса инвестиция проекттарын тормошҡа ашырыуҙа кредиттар буйынса проценттар федераль бюджеттан субсидиялана. Башҡортостанда иһә индустрия һәм технопарктарҙың идарасы компаниялары һалым түләүҙән азат ителә.

“ХТЦ УАИ Росойл” технопаркының директоры, профессор Владимир Шолом әйтеүенсә, күргәҙмәгә килгәндәрҙең күбеһендә ошо май ҡыҙыҡһыныу уятҡан. Бынан тыш, металл эшкәрткәндә ҡулланылған майлау-һыуытыу технологик майҙары ла тәҡдим ителгән.

Фото: Башҡортостан Хөкүмәте.

Автор:Илдар Акьюлов
Читайте нас