

“Рощинский” акционерҙар йәмғиәтенең дөйөм ауыл хужалығы ерҙәре 30 мең гектар тәшкил итә. Уның ни хәтлем иркен майҙанға йәйелгәнен күҙ алдына килтерәһегеҙме? Ысынлап та, был хужалыҡтың сәсеүлек ерҙәре Ҡаҙағстан далаларылай йәйрәп ята. Стәрлетамаҡ районы ауыл хужалығы идаралығының баш агрономы Виктор Бульц билдәләүенсә, рощинскийҙар өсөн был һис тә сик түгел, унан да күберәк ерҙәрҙе эшкәртеү уңғандарҙың ҡулынан килә.
Хужалыҡтың Покровка бүлегендәге баҫыуы көслө умарта күселәй гөжләп тора. Тигеҙ рәткә теҙелгән тиҫтәнән ашыу урып-йыйыу комбайны бойҙайҙы тура һуға, сөнки игендең нәҡ өлгөргән сағы. Яҫмаларға һалып, бойҙайҙы яңынан һуғып алыу юғалтыуҙарға килтереүе ихтимал. Эргәләге муйыллыҡ буйында водителдәр сиратҡа баҫҡан. Кемдер тағылмалы арбаһының беркетелгән урынының ныҡлығын ҡайтанан тикшерә, икенселәр арпа өҫтөнә яба торған брезент палатканы матурлап урай, өсөнсөләр иһә “КамАЗ”-дың тәҙрә-көҙгөләрен һөртә. Һүҙ ҙә юҡ, комбайнсыларҙың “бункер тулды” тигән сигналын күреү менән шул яҡҡа ашығасаҡтар.
“Рощинский” акционерҙар йәмғиәте директоры Радик Рафиҡов һөйләүенсә, улар йыл да тиерлек дөйөм сәсеүлек майҙандарының өстән ике өлөшөнә иген культуралары сәсә, быйыл да тап шулай эшләгәндәр. Бөгөнгөләй мул уңыштың ҡасан булғанын урта быуын, йәштәр тураһында һүҙ ҙә юҡ, бөтөнләй хәтерләмәй, ә өлкәндәр генә дөрөҫ итеп әйтә ала, шуға күрә иген күп булһа ла, уны әләф-тәләф итергә юл ҡуйырға ярамай, киреһенсә, ҡәҙерен белеү мөһим.
Был хужалыҡ игенде Покровка бүлегенең яланынан Аҡкүл станцияһы ауылында (Ғафури районы) урынлашҡан “Аҡкүл элеваторы” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенә ташый. Ара әллә ни йыраҡ түгел, ни бары 25 километр ғына. “КамАЗ” водителе Рәфис Айытбаев белдереүенсә, хәҙерге тигеҙ юлдарҙан бер тиҙлектә рәхәтләнеп йөрөйһөң, өҫтәүенә, элеваторҙа игенде ҡабул итеү яҡшы ойошторолған, элекке шикелле сират көтөп йонсомайҙар.
Әйткәндәй, был хужалыҡта һәммәһе лә бурысына яуаплы ҡарай. Владимир Карачевский, Юрий Цветков кеүек тырыш водителдәр, Петр Воронков, Фларит Сәйфуллин, Александр Япрынцев һымаҡ сәмсел комбайнсылар – шуға асыҡ миҫал.
Йөк машинаһын көткән арала комбайнсы Фларит Сәйфуллин менән һөйләштек. Яуын-төшөмдөң ваҡытында булыуының ни тиклем ҙур роль уйнауына баҫым яһаны ул.
– Беҙҙең яҡтарҙа, ғөмүмән, күп урында, яҙғы сәсеү бөтөү менән ямғырҙар яуып үтте, – тине әңгәмәсем. – Тап кәрәк саҡта яуғанына ныҡ ҡыуандыҡ. Нәҡ шул ваҡытта уҡ көҙ мул уңыш алырбыҙ ул, тип хеҙмәттәштәрем менән фараз иткәйнек. Бына бәхет, юрағаныбыҙ юш килде. Бойҙайҙы усҡа алыу – ниндәй кинәнес! Бына ошо яландан тура тирмәнгә алып бар ҙа он тарттыр.
Фларит Сәйфуллин фекеренсә, бындай мул уңышҡа өлгәшеү бәхете һәр саҡ йылмаймай, шуға күрә лә, беренсенән, игенде юғалтыуһыҙ йыйып алыу зарур. Икенсенән, уны дөрөҫ итеп һаҡлау тураһында ла онотмаҫҡа кәрәк.
Беҙ ҡайтыр яҡҡа юлланғанда Радик Рафиҡов Покровка бүлегенең 761 гектар майҙанды биләгән арыш баҫыуында эштең тамамланыуы тураһында хәбәр итте. Яҡынса фаразлауҙар буйынса, бында гектар көсө 60-ар центнер тирәһе булған! Артабан ялан батырҙарының оло юлдың теге яғындағы баҫыуға төшәсәктәрен дә өҫтәне.
Илдар АҠЪЮЛОВ
Стәрлетамаҡ районы.