Иҡтисад
24 Август 2022, 04:30

Бала саҡтан белергә кәрәк

Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары – финанс министры Лира Иғтисамова ниндәй һорауҙарға яуап бирҙе?

Бала саҡтан белергә кәрәкБала саҡтан белергә кәрәк
Бала саҡтан белергә кәрәк

24 августа Башҡортостандың Республикаға идара итеү үҙәгендә тура эфирҙа Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары – финанс министры Лира Иғтисамова кешеләрҙең һорауҙарына яуап бирҙе һәм Башҡортостанда финанс грамоталылығы тураһында һөйләне.

Быйыл июндә Республикаға идара итеү үҙәге хеҙмәткәрҙәре финанс грамоталылығы тураһында онлайн һорауҙарға яуап биреү ойошторҙо. Респулика халҡының 69 проценты финанс грамоталылығын күтәреү тураһында ҡыҙыҡһына.

- Бәләкәй саҡтан уҡ финанс грамоталылығы тураһында һөйләргә кәрәк. Был мотлаҡ һыҙаттар заман кеше тормошоноң төрлө өлкәһенә ҡағыла, хәүефһеҙлек сығанағы булып тора һәм уңышлы эшҡыуарлыҡ алып барыу өсөн булышлыҡ итә, - тине Лира Иғтисамова.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 2022-2023 уҡыу йылы башынан башланғыс һәм төп мәктәп өсөн яңы федераль дәүләт белем биреү стандарттары үҙ көсөнә инә. 1-9 класстар өсөн уҡыу программаһына финанс грамоталылығын индереү мотлаҡ буласаҡ.

Республикала финанс грамоталылығына балалар баҡсаһынан уҡ өйрәнәләр. Алты мәктәпкә тиклемге инновация майҙансығында махсус уҡытыу программаһы сафҡа инә. Уға ярашлы, дәрестәр уйын формаһында бара.
2014 йылдан республикала мәктәп аудиторияһы менән эш алып барыла. Бынан тыш, студенттар ҙа йәлеп ителә. 2019 йылдан Башҡорт дәүләт университеты - федераль вуздар уҡытыусылары һәм студенттарҙың финанс грамоталылығын күтәреү программалары үҫеше методик үҙәге төбәк партнеры, тип хәбәр итә республика Хөкүмәтенең матбуғат хеҙмәте.

Фото: pravitelstvorb.ru.ru

Автор:Айһылыу Низамова
Читайте нас