Иҡтисад
24 Август 2022, 12:45

Башҡортостандың Сәнәғәтте үҫтереү фондына – биш йыл

“Фондтың һәр проекты кешеләр һәм факттар менән бәйле”, – тип яҙҙы Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров.

Башҡортостандың Сәнәғәтте үҫтереү фондына – биш йылБашҡортостандың Сәнәғәтте үҫтереү фондына – биш йыл
Башҡортостандың Сәнәғәтте үҫтереү фондына – биш йыл

“Фондтың һәр проекты кешеләр һәм факттар менән бәйле”, – тип яҙҙы Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров “Бәйләнештә” селтәрендәге сәхифәләрендә.

Был Фондта:

– инвестицияның дөйөм суммаһы 38 миллиард һумдан ашыу булған 100 проектҡа ярҙам иттеләр;

– 16 миллиард һумдыҡ заем бирҙеләр, шуның 14,6 миллиард һумы федераль ҡаҙнанан йәлеп ителгән;

– Фонд яҡлап сыҡҡан проекттарҙы тормошҡа ашырғанда 6640 эш урыны булдырылған;

– тормошҡа ашырылған проекттарҙан төрлө кимәлдәге бюджеттарға 2018 йылдың 1 ғинуарынан алып 2022 йылдың 1 июленә саҡлы 20 миллиард һум һалым килгән.

Пандемия осронда Фонд беҙҙең иң мөһим предприятиеларға – битлек һәм махсус костюм тегеүселәргә , кислород һәм дизеинфекция саралары етештереүселәргә ярҙам итте.

“Шуны хәтергә төшөрәм: республика сәнәғәт сәйәсәтенең йоғонтололоғо буйынса ике тапҡыр 1-се урынды алды  – был иһә республиканың Сәнәғәт министрлығының һәм Сәнәғәтте үҫтереү фондының эшмәкәрлеге һөҙөмтәһе”, – тип яҙҙы Радий Фәрит улы.

Фото: frprb.ru.

Автор:Рәшит Кәлимуллин
Читайте нас