Иҡтисад
24 Август 2022, 15:45

Байрамға килегеҙ!

Өфөлә, Салауат Юлаев майҙанында үтәсәк «Һөт иле» фестивале Рәсәйҙә һөт продукцияһына арналған иң ҙур ғаилә байрамдарының береһе булып тора.

Байрамға килегеҙ!Байрамға килегеҙ!
Байрамға килегеҙ!

Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте хәбәр итеүенсә, 27 августа Салауат Юлаев майҙанында ойоштороласаҡ Х «Һөт иле» фестиваленең күргәҙмә-йәрминкәһендә «Башҡортостан продукты» проекты сыр кибетен тәҡдим итәсәк.

 - Төбәк предприятиелары продукцияһы һатып алыусылар араһында ҙур һорау менән файҙалана, ә был сарала ҡатнашыу етештереүселәргә үҙ тауарҙарын ҡулланыусыларға тәҡдим итергә,  һатып алыусыларға урындағы етештереүселәрҙең тәбиғи һәм сифатлы аҙыҡ-түлегенең киң ассортиментын баһаларға мөмкинлек бирә, - тип билдәләй Башҡортостан Республикаһының сауҙа һәм хеҙмәттәр министры Алексей Гусев.

Күргәҙмә-йәрминкәлә төрлө сыр ҡайнатыусылар - проект дипломанттары ҡаты, йомшаҡ, тоҙло һәм сәнәғәт сырҙарын тәҡдим итәсәк. Сыр кибете сараның тематик майҙансыҡтарының береһенә әйләнәсәк, улар араһында фермер баҙары, бал кибете, һөт кафелары, йәрминкәләр һәм махсус мәктәптәр эше планлаштырылған.

Сара программаһына ҙур эшлекле программа, «Оҫталар ҡалаһы»ның оҫталыҡ дәрестәре, Грибушин сәй мини-фестивале, байрам концерты, спорт ярыштары һәм төрлө интерактивтар инә.

Өфөлә, Салауат Юлаев майҙанында үтәсәк «Һөт иле» фестивале Рәсәйҙә һөт продукцияһына арналған иң ҙур ғаилә байрамдарының береһе булып тора. Өфөлөләрҙе һәм ҡала ҡунаҡтарын сағыу һәм иҫтә ҡалырлыҡ байрамға саҡырабыҙ!

Сығанаҡ: Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте.

Фото: pravitelstvorb.ru

Автор:Гүзәлиә Балтабаева
Читайте нас