Иҡтисад
24 Август 2022, 15:15

“Һеҙҙе республикала көтәбеҙ!”

Республика Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров социаль селтәрҙәге шәхси сәхифәһендә яҙма ҡалдырған. Унда түбәндәге һүҙҙәр бар.

“Һеҙҙе республикала көтәбеҙ!”“Һеҙҙе республикала көтәбеҙ!”
“Һеҙҙе республикала көтәбеҙ!”

“Бөгөн республикаға эш сәфәре менән Рәсәйҙең төҙөлөш һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры урынбаҫары Никита Стасишин килде, уның менән милли проекттар һәм "Стимул" программаһы сиктәрендә төҙөлгән объекттарҙы ҡараныҡ.

Төбәк алдына 2030 йылға тиклем йылына дүрт миллион квадрат метр торлаҡ төҙөү бурысы ҡуйылды. Һәм беҙ Рәсәй Президенты күрһәтмәһен үтәйәсәкбеҙ. Быны эшләү өсөн буласаҡ төҙөүселәр өсөн шарттар әҙерләйбеҙ: инфраструктураны Өфөнән ситкә, Ағиҙел аръяғына сығарабыҙ, сөнки унда алдағы 15-20 йылда «Яңы Өфө» ҡалҡып сығасаҡ.

Был - иң перспективалы биләмәләрҙең береһе, уны үҙләштереү туғыҙ миллион квадрат метрҙан ашыу торлаҡты сафҡа индерергә мөмкинлек бирәсәк, 100 меңдән ашыу ғаилә төҙөкләндерелгән фатир аласаҡ.

Июндә РФ Төҙөлөш һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығына, федераль инфраструктура менюһы механизмдарын ҡулланып, 2023-2027 йылдарҙа торлаҡ төҙөлөшө өсөн яңы биләмәләрҙе үҫтереү буйынса 10,2 миллиард һумдан ашыуыраҡ суммаға берлектә финанслауға ғариза ебәрҙек. Уны хупларҙар тип көтәбеҙ.

Никита Евгеньевич республикабыҙҙағы объекттарҙың тормошҡа ашырылыуын һәм торлаҡты сафҡа индереү тиҙлеген юғары баһаланы. Уның фекеренсә, был ил Президенты ҡуйған бурыстарҙың нисек үтәлеүен сағылдыра.

Мәскәүгә ҡайтҡас, министр урынбаҫары вице-премьер Марат Шакирйән улы Хөснуллинға уңыштарыбыҙ хаҡында хәбәр итергә вәғәҙә бирҙе һәм, Никита Евгеньевич билдәләүенсә, “уны төбәктең нисек үҫешергә тейешлеген ҡарарға саҡырабыҙ”.

Юғары баһа алыуыбыҙға шатмын һәм, әлбиттә, үҙем һәм республика Башлығы исеменән федераль етәкселеккә, тәү сиратта, Марат Шакирйән улына Башҡортостанға йылы мөнәсәбәте өсөн рәхмәт белдерәм. Һеҙҙең ярҙамығыҙҙы һәм иғтибарығыҙҙы тоябыҙ, республикала көтәбеҙ!”

Фотолар Андрей Назаровтың шәхси сәхифәһенән.

 

“Һеҙҙе республикала көтәбеҙ!”
“Һеҙҙе республикала көтәбеҙ!”
“Һеҙҙе республикала көтәбеҙ!”
“Һеҙҙе республикала көтәбеҙ!”
“Һеҙҙе республикала көтәбеҙ!”
“Һеҙҙе республикала көтәбеҙ!”
“Һеҙҙе республикала көтәбеҙ!”
Автор:Гүзәлиә Балтабаева
Читайте нас