

Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров социаль селтәрҙәге сәхифәһендә автомобилдәр эшләү тармағы тураһында яҙып сыҡты.
“Автомобилдәр эшләү иң ҡеүәтле иҡтисади этәргестәрҙең береһен тәшкил итә. Ул автомобилдәр етештерегән ерҙә лә, уларҙы һатҡан һәм хеҙмәтләндергән урындарҙа ла юғары мәшғүллек кимәлен гарантиялай, һәм был тармаҡ Башҡортостан Хөкүмәтенең даими иғтибар үҙәгендә.
Бөгөн мине IMAF-2022 Мәскәү халыҡ-ара автомобиль форумына республиканың автомобилдәр тармағын үҫтереү өлкәһендәге тәжрибәһе менән уртаҡлашырға саҡырҙылар.
Әле беҙ алдыбыҙға импортты алмаштырыу һәм автокомпоненттарҙың өр-яңы производстволарын ойоштороу бурысын ҡуябыҙ. Был эште 2014 йылдан, башҡа илдәр яғынан дуҫлыҡҡа ҡоролмаған ғәмәлдәрҙең тәүге эҙемтәләре тойолғас та, башланыҡ.
Түбәндәге өлкәләргә инвестиция йүнәлтәбеҙ:
“НЕФАЗ” – инвестиция күләме 149 миллион һум тәшкил иткән йылына 1000 берәмеккә тиклем яңы 42ХХ модель рәтенә ингән пассажирҙар автобустарын сығарыу менән шөғөлләнәсәк.
“Рессора” фәнни-етештереү фирмаһы “Рессоралар етештереүҙе ойоштороу” инвестиция проектын тормошҡа ашыра. Инвестиция күләме 234,13 миллион һум тәшкил итә.
“Витценманн-Руссия” берлектәге предприятиеһы “Автомобиль компенсаторҙары етештереү өсөн сильфон линияһы” проектын тормошҡа ашыра. Инвестиция күләме –138 миллион һум.
Автомобилдәр эшләү өлкәһендәге яңы проекттар:
“БелЗАН” төркөмөнөң 2021 – 2023 йылдарға инвестиция программаһы технологик мөмкинлектәрҙе киңәйтеүҙе күҙ уңында тота. Инвестициялар күләме – 593 миллион һум.
“Өфө трамвай-троллейбус заводы” акционерҙар йәмғиәте производствоһын киңәйтеү – 1 441 миллион һумлыҡ инвестиция.
Республикала инвестиция күләме 300 миллион һум тәшкил иткән “БЕЛАВТОМАЗ” холдингы производствоһын ойоштороу буйынса проект әҙерләнә.
Минск автомобиль заводы “КАМАЗ” шассийы нигеҙендә сүп-сар ташығыстың тәжрибә өлгөһөн уңышлы сығарған “Красный пролетарий” предприятиеһында махсус техника йыйырға ниәтләй һәм сүп-сар ташығыс машиналар етештереү мөмкинлеген өйрәнә.
Туймазының “Оҫта” сәнәғәт технопаркында “КАМАЗ” менән берлектә 1,5 миллиард һумлыҡ проект тормошҡа ашырыла.
Беҙ кооперация бәйләнештәрен нығытыу яҡлы. Форумда ҡатнашыусыларҙы хеҙмәттәшлеккә саҡырҙым”, – тип яҙған Андрей Назаров.
Фото: vk.com/agnazarov
Сығанаҡ: vk.com/agnazarov