

Башҡортостан Хөкүмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, 24 – 26 ноябрҙә Өфөлә “Беҙҙең Бренд” аҙыҡ-түлек фестивале үткәрелә. Уның нигеҙендә “Беҙҙең бренд. Халыҡта танылыу” икенсе төбәк аҙыҡ-түлек конкурсы уҙғарыла. Әле ауыл хужалығы етештереүселәренән ошо конкурста ҡатнашыуға ғаризалар ҡабул ителә.
– Сараны Башҡортостанда етештерелгән аҙыҡ-түлекте популярлаштырыу маҡсатында уҙғарабыҙ, – тине Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары – ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов. – Проект агросәнәғәт комплексы өлкәһендәге бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ предприятиеларын үҫтереүгә, урындағы брендтарҙың позицияһын нығытыуға, төбәк продукттарын киң ҡулланыусылар баҙарына сығарыуға йүнәлтелә.
Былтыр конкурста республикабыҙҙың 48 муниципаль берәмегенән 118 бренд ҡатнашҡайны. Бер юлы ике бренд – “Стәрлебаш бауырһағы” һәм “Көйөргәҙе деликатестары” еңеүсе булды.
Район һәм ҡалаларҙың үҙҙәренә генә хас аҙыҡ-түлеге тураһындағы мәғлүмәт https://нашбренд.рф сайтында урынлаштырыла. Ойоштороусылар бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ вәкилдәрен, етештереүселәрҙе “Беҙҙең бренд. Халыҡта танылыу” конкурсында ҡатнашырға саҡыра.
“Беҙҙең бренд. Халыҡта танылыу” конкурсында тауыш биреү 17 октябрҙән 17 ноябргә тиклем бәйгенең рәсми сайтында ойошторола. Еңеүселәргә һәм финалсыларға иҫтәлекле бүләктәр тапшырыла.
Фото: pravitelstvorb.ru/ru/press
Сығанаҡ: pravitelstvorb.ru/ru/press