Иҡтисад
24 Август 2022, 14:45

Ҙур еңеү яңы мөмкинлектәргә юл аса

Донъя кимәлендәге Евразия ғилми-белем биреү үҙәгенә ингән Өфө дәүләт авиация техник университеты үтә мөһим комплектлау әйберҙәр етештереүҙе дәртләндереү программаһы буйынса һайлап алыу конкурсында еңеп сыҡҡан.

Ҙур еңеү яңы мөмкинлектәргә юл асаҘур еңеү яңы мөмкинлектәргә юл аса
Ҙур еңеү яңы мөмкинлектәргә юл аса

Был турала Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте хәбәр итә.

– Конкурста ҡатнашыу өсөн юғары уҡыу йорто дәүләт сәнәғәт мәғлүмәт системаһы аша башҡарыусыларҙы аккредитациялау этабын уңышлы үтте. Өфө дәүләт авиация техник университетына «КамАЗ» асыҡ акционерҙар йәмғиәте ҡулланасаҡ гидрогидравлик руль көсәйткесен эшләүгә грант бүленәсәк. Проект буйынса эштәр башҡарыуға университет 40 миллион һумдан ашыу аҡса аласаҡ, - тип аңлатма бирә Өфө дәүләт авиация техник университеты ректоры Сергей Новиков.

Рулдең электр гидравлик көсәйткесе ике компонентты берләштерә: руль механизмын һәм электрон идара итеү блогы булған электр двигателен. Электр-гидравлик руль көсәйткесе эшенең үҙенсәлектәре ҡаршы елде компенсациялау, адаптив круиз-контроль һәм үҙ аллы йөрөтөү кеүек функцияларҙы тормошҡа ашырырға мөмкинлек бирә. Был әйберҙе тыуған ил базаһында әҙерләү Рәсәй Федерацияһында импортты алмаштырыу йәһәтенән ярайһы уҡ ҙур аҙым яһарға мөмкинлек бирәсәк.

Университет өсөн партнер-етештереүсе булып Сарапул электр генераторҙары заводы сығыш яһаған. Өфө дәүләт авиация техник университеты һәм был завод араһында меморандумға ҡул ҡуйылған, уға ярашлы ил сәнәғәте ихтыяждары өсөн руль электр гидравлик көсәйткесен сериялы етештереү Сарапулда, юғары уҡыу йорто менән оператор  –  Технологик үҫеш буйынса агентлыҡ араһындағы килешеүгә ҡул ҡуйылғандан һуң 24 ай үткәс, башланасаҡ.

Шуны билдәләп үтеү фарыз: конкурс Рәсәй Хөкүмәтенең 22 февралдәге 208-се «Технологик үҫеш буйынса агентлыҡ» автономлы коммерцияға ҡарамаған ойошмаһына федераль ҡаҙнанан сәнәғәт тармаҡтары өсөн кәрәкле материалдарға конструктор документацияһын әҙерләүҙе күҙ уңында тотҡан проекттарға ярҙам күрһәтеү өсөн субсидия бүлеү тураһында»ғы ҡарарына ярашлы тормошҡа ашырылған.

Сығанаҡ: Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте.

Фото: i.ytimg.com

Автор:Гүзәлиә Балтабаева
Читайте нас