Иҡтисад
25 Август 2022, 04:30

Беҙҙең аттар һынатмаҫ!

Удмурт эшҡыуары Артур Ғилмиев Башҡортостандан 60-тан ашыу бейә, айғыр һәм ҡолон һатып алған - уларҙы тоҡомдарға үрсетеү күҙаллана

Беҙҙең аттар һынатмаҫ!Беҙҙең аттар һынатмаҫ!
Беҙҙең аттар һынатмаҫ!

Удмурдт Республикаһы Башлығы Александр Бречалов үҙенең "Бәйләнештә"ге социаль селтәрендә башҡорт тоҡомло аттары тураһында "тоғро дуҫ, көрәштәш, хужалыҡта ярҙамсы - башҡорттар үҙ аттары тураһында тап шулай тиҙәр", тип яҙған.

"Башҡорт тоҡомо - Көньяҡ Урал өсөн абориген: ныҡлы, сыҙамлы, ҡыштан ҡурҡмай. Хәҙер беҙҙең республикабыҙҙа бындай аттар өйөрө бар. Эшҡыуар Артур Ғилмиев Башҡортостандан 60-тан ашыу бейә, айғыр һәм ҡолон һатып алған - уларҙы тоҡомдарға үрсетеү күҙаллана. Киләсәктә туристик кластер һәм ҡымыҙ етештереү күҙаллана.

 Удмурт йылҡы үрсетеүселәренә был йәнә бер тапҡыр ыңғай күренеш. Бөгөн республикала тоҡомло йылҡысылыҡ менән "Дуҫлыҡ" хужалыҡтарында шөғөлләнәләр - юртаҡ һәм урыҫ йөк аттарын үрсетәләр, Алнаш районындағы фермер Владимир Сергеев ғәрәп аттарын үҫтерә, Шарҡан районында Вадим Старцев вятка һәм Яңы Алтай тоҡомло аттар тота һәм бейә һөтө етештерә", - тип яҙған ул.

Республика Башлығы Радий Хәбиров яуап итеп түбәндәге сәләмдәрҙе еткергән: "Һеҙҙе Башҡортостандан сәләмләйбеҙ! Беҙҙең башҡорт аттары, ысынлап та сыҙам, һынатмаҫтар! Беҙҙән туристар көтөп ҡалығыҙ һәм барығыҙҙы ла үҙебеҙгә саҡырабыҙ! Барығыҙға ла бик шатбыҙ!"

Автор фотолары.

Беҙҙең аттар һынатмаҫ!
Беҙҙең аттар һынатмаҫ!
Беҙҙең аттар һынатмаҫ!
Автор:Карима Усманова
Читайте нас