

26-28 августа Стәрлетамаҡтың тарихи майҙанында "Сауҙагәр 2.0" ("Купец 2.0") ҡунаҡсыллыҡ фестивале үтә. Ҙур сараның беренсе көнө киске сәғәт 6-ла башлана. Бында урындағы коллективтар концерт күрһәтәсәк. Сараның төп көнө 27-һенә тура килә. Иртәнге сәғәт 10-дан бөтә майҙансыҡтар эш башлай, ә 12-лә фестивалде тантаналы асыу була.
Стәрлетамаҡ халҡы һәм ҡунаҡтарын бай программа көтә. Электән Баҙар майҙаны булған фестивалде үткәреү урынында кәсепселек йәрминкәләре эшләйәсәк. Бөтә республиканан, шулай уҡ Силәбе, Һамар өлкәләренән һәм Удмурт Республикаһынан 130-ҙан ашыу кәсепсе үҙҙәренең уникаль продукцияһын тәҡдим итәсәк.
Стәрлетамаҡтан һәм башҡа ҡалаларҙан килгән 18-ҙән ашыу ресторатор тәмле лавкалар асырға йыйына. Икмәк байрамында иһә фестиваль ҡунаҡтары Стәрлетамаҡ икмәк комбинатының һәм икмәк етештереүселәрҙең продукцияһын тәмләп ҡарай ала.
Был көндә "Йыл меценаттары" конкурсы еңеүселәрен бүләкләү, тыуған яҡты өйрәнеүселәр ярышы, театр аукционы, арҡанда йөрөүселәр шоуы ла планлаштырыла. "Петрушка" ҡурсаҡ театры "Салтан батша тураһында" спектаклен күрһәтә. Фестивалдең кескәй ҡунаҡтары өсөн балалар зонаһы ойошторола.
Бынан тыш, байрамда төрлө күңел асыу саралары, уйындар һәм ярыштар ҙа көтөлә.
Республиканан йыйылған эшҡыуарҙар һәм бизнес-шерифтар өсөн дә эшлекле бизнес-программа ҡаралған. Фестивалдең һуңғы көнөндә, 28 августа, ҡаланың Мәҙәниәт һарайында Рәсәйҙең билдәле спикерҙары Игорь Манн һәм Иван Черемных ҡатнашлығында семинар үткәрелә. Фестиваль тамамланғас, Торатауға өс бушлай рейс ойошторола, тик теләгәндәр алдан яҙылып ҡуйырға тейеш.
Фестиваль хаҡында тулы мәғлүмәт купец-стерлитамак.рф сайтында ҡуйылған.