Иҡтисад
25 Август 2022, 11:45

Ҡышҡа әҙерлек яҡшы бара: өшөмәйәсәкбеҙ, ҡар көрәләсәк

Ҡулдан килгәндең барыһын да тормошҡа ашырабыҙ

Ҡышҡа әҙерлек яҡшы бара: өшөмәйәсәкбеҙ, ҡар көрәләсәкҠышҡа әҙерлек яҡшы бара: өшөмәйәсәкбеҙ, ҡар көрәләсәк
Ҡышҡа әҙерлек яҡшы бара: өшөмәйәсәкбеҙ, ҡар көрәләсәк

“Башинформ” мәғлүмәт агентлығында Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары, республикабыҙҙың торлаҡ-коммуналь хужалығы министры Алан Марзаев, торлаҡ-коммуналь хужалығы тармағының көҙгө-ҡышҡы осорға әҙерлеге буйынса, матбуғат конференцияһы үткәрҙе.

– Республикабыҙҙың торлаҡ-коммуналь хужалығы көҙгө-ҡышҡы осорға әҙерлекте планға ярашлы алып бара, – тине Алан Марзаев. – Һүҙ ҙә юҡ, беҙҙә бөтәһе лә шыма тип әйтә алмайбыҙ. Эш барышында теге йәки был йүнәлештә ҡытыршылыҡтар осрай, әммә уны шунда уҡ бөтөрәбеҙ. Ҡулдан килгәндең барыһын да тормошҡа ашырабыҙ. Күп фатирлы йорттарҙы, ҡаҙанлыҡтарҙы ҡышҡа осорға әҙерлектә, шулай уҡ башҡа йүнәлештә лә бөтә уй-маҡсаттар уңышлы тормошҡа ашырыла.

Алан Викторович әйтеүенсә, беҙҙәге ҡарлы миҙгелде иҫәпкә алып, былтыр күп итеп махсус техника һатып алынған, быйыл да машина-тракторҙар менән автопарк тулыландырыласаҡ, ҡыҫҡаһы, был юҫыҡта эштәр эҙмә-эҙлекле алып барыла.

Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары, республикабыҙҙың торлаҡ-коммуналь хужалығы министры Алан Марзаев Рәсәйҙең Төҙөлөш һәм торлаҡ-коммуналь хужалығы министрлығының республикабыҙға ҙур ярҙамын телгә алды.

Фото: Илдар Аҡъюлов.

Автор:Илдар Акьюлов
Читайте нас