Иҡтисад
26 Август 2022, 12:15

Эшһеҙҙәр, һеҙҙе 46 мең вакансия көтә!

Бөгөн матбуғат конференцияһында республикалағы хеҙмәт ресурстарының торошо һәм киләсәге тураһында һүҙ барҙы.

Эшһеҙҙәр, һеҙҙе 46 мең вакансия көтә!Эшһеҙҙәр, һеҙҙе 46 мең вакансия көтә!
Эшһеҙҙәр, һеҙҙе 46 мең вакансия көтә!

Башҡортостандың ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрының беренсе урынбаҫары Юрий Мельников үткәргән матбуғат конференцияһында республикалағы хеҙмәт ресурстарының торошо һәм киләсәге тураһында һүҙ барҙы.

Дөйөм эшһеҙлек кимәле 23 авгусҡа ҡарата, йылдың икенсе кварталы менән сағыштырғанда, 4,3 проценттан 4,1 процентҡа төшкән. Рәсми теркәлгән эшһеҙҙәр һаны ул саҡта 22 241 кеше булһа, хәҙер улар 20 490.

“Хеҙмәт ресурстары менән хәл республикала тотороҡло, былай тип әйтергә нигеҙ бар: беренсенән, эшһеҙлек кимәле тотороҡло рәүештә кәмей бара, икенсенән, төбәктә 46 мең вакансия бар, уларға кадрҙар яллау, кәрәк булған саҡта яңы һөнәргә уҡытыу буйынса даими эш бара”, – тине Юрий Михайлович.

Эшһеҙҙәрҙең 65 проценты ­– элек дәүләт һәм муниципаль учреждениеларҙа эшләгән хеҙмәткәрҙәр, айырыуса юристар һәм бухгалтерҙар күп, ә вакансияларҙың 70 проценты самаһы предприятиелар өсөн эшсе һөнәрҙәренә тура килә. Тимәк, тотороҡло эш хаҡына эйә булырға теләйһең икән, ошо предприятиеларҙағы курстарҙа һөнәр алырға тура киләсәк. Министрҙың беренсе урынбаҫары әйткәнсә, “Алға” өҫтөнлөклө иҡтисади үҫеш биләмәһенә, мәҫәлән, 800-гә яҡын тегеүсе талап ителә.

Матбуғат конференцияһында иҫкә төшөрөүҙәренсә, хәҙер эште “Работа в России” сайтында ла эҙләргә мөмкин. Был сайтта “Шәхси кабинет” асырға һәм ниндәй һөнәр алырға теләүегеҙ тураһында яҙырға кәрәк. “Һеҙгә мотлаҡ яуап бирәсәктәр”, – ти Юрий Мельников.

Фото: yandex.ru.

Автор:Рәшит Кәлимуллин
Читайте нас