Иҡтисад
26 Август 2022, 10:45

Көҙөн Төркиә Башҡортостанға ҡапҡаһын аса

Тышҡы сауҙа әйләнеше күләме уҙған йылдың ошо уҡ осоро менән сағыштырғанда 60,6 процентҡа артҡан.

Көҙөн Төркиә Башҡортостанға ҡапҡаһын асаКөҙөн Төркиә Башҡортостанға ҡапҡаһын аса
Көҙөн Төркиә Башҡортостанға ҡапҡаһын аса

Башҡортостан Хөкүмәте хәбәр итеүенсә, алты айлыҡ эш һөҙөмтәһе йомғаҡтары буйынса, Башҡортостан экспорт буйынса Төркиә менән әүҙем эшләгән. Төркиәгә экспорт күләме - 68,5 процентҡа, импорт 5,6 процентҡа артҡан. Был хаҡта Башҡортостандың тышҡы иҡтисади бәйләнештәр һәм конгресс эшмәкәрлеге министры Маргарита Болычева хәбәр итте. Әле министр Рәсәйҙә Төркиә илселегендә осрашыуҙа. Быйыл октябрҙә Төркиә Республикаһына Башҡортостандың рәсми делегацияһының эш сәфәре ойоштороласаҡ.

— Башҡортостандың Төркиә менән эшлекле һәм мәҙәни бәйләнештәре ныҡлы. Хеҙмәттәшлекте нығытыу өсөн сәбәптәр ҙә күп. Үҙ-ара сауҙа әйләнеше тотороҡло үҫешә. Дөйөм алғанда, 2022 йылдың ярты йыллығында тышҡы сауҙа әйләнеше күләме уҙған йылдың ошо уҡ осоро менән сағыштырғанда 60,6 процентҡа артҡан, — ти Маргарита Болычева.

Осрашыу барышында Башҡортостан Республикаһының рәсми делегацияһы һәм эшлекле даирәләренең Төркиә Республикаһына сәфәре программаһын төҙөлдө. Төркиә Президенты һәм министрҙар менән осрашыуҙың көн тәртибе барланды, Башҡортостандың иҡтисади һәм инвестиция ҡеүәтен Төркиәлә күрһәтеү саралары ҡаралды.

Башҡортостан Хөкүмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, 2020 йылдан Төркиә Республикаһында Башҡортостан вәкиле эшләй. Уның ярҙамы менән төбәккә Sanica Pipe кеүек эре инвестор йәлеп ителде. Төрөк эшҡыуары республикала пластик торбалар һәм йылытыу аккумуляторҙары етештереү буйынса ике завод төҙөйәсәк. Ике проектҡа һалынған инвестицияларҙың дөйөм күләме 2,3 миллиард һум тәшкил итәсәк, 255 яңы эш урыны булдырыу күҙаллана.

Бынан тыш, дөйөм хаҡы 142 миллион һум булған GENESIS AGRO TRADE менән гибрид көнбағыш орлоҡтары һәм башҡа культуралар етештереү проекты әҙерләнә.

Төркиәгә экспортҡа химия продукцияһы, каучук, аҙыҡ-түлек продукттары, файҙалы ҡаҙылмалар оҙатылһа, импортҡа аҙыҡ-түлек, машиналар эшләү продукцияһы, металдар, химия сәнәғәте продукцияһы, туҡыма, аяҡ кейеме индерелә.

Фото Башҡортостан Хөкүмәте сайтынан алынды.

Автор:Лилия Нуретдинова
Читайте нас